

Айыҡ туризм тәҡдим итә
Йәштәр араһында үҙ эшенә тотонған тәүәккәл йүнселдәр һоҡланыу уята. Стәрлебаш районына эш сәфәребеҙ мәлендә лә ҡурҡмай эшен асҡан замандашыбыҙҙы осраттыҡ.
Роман Рогачев - Стәрлетамаҡ ҡалаһы егете. Быға тиклем сауҙа өлкәһендә үҙ эше менән шөғөлләнгән замандашыбыҙ ҡаланан ситтә тәбиғәт ҡосағында туристар өсөн глэмпинг булдырыу тураһында күптән хыяллана. Бының өсөн төрлө урындарҙы ҡарай. Уның күңеленә Стәрлебаш районының Айҙарәле ауылы эргәһендәге быуа янындағы урын ята. Ике гектар ерҙе, 13, 5 гектарҙа быуаны оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алып, быйыл яҙ эш башлай.
Тиҙ арала быуа эргәһендә ял итеүселәргә ике йорт ҡалҡа. Беҙ барғанда өсөнсөһө лә ҡорола ине. Бер йорт яҡынса дүрт кешегә тәғәйенләнгән. Уның эсендә барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Йоҡо бүлмәһе, аш-һыу урыны, башҡа уңайлыҡтары хәстәрләнгән. Эшҡыуар мунса ла төҙөп ултыртҡан. Ауылдағы ялды мунсаһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Быуаға инеп төҙөлгән пирс тәбиғәт матурлығын яҡындан һоҡланып ҡарарға юл аса.
Эргә-тирәһен йыһазландырыу өсөн дә күп көс түгелгән ял базаһы тиҙҙән асыласаҡ һәм тәүге ял итеүселәрен ҡабул итә башлаясаҡ. Туристар бай тәьҫораттар алып ҡайтһын өсөн уны киләсәктә тағы ла тулыландырыу ниәтләнә.
Туристар өсөн ҡышын да, йәйен дә әүҙем ял итеү мөмкинлеге булһын өсөн пландар ҙур. Быуала йөҙөү өсөн сап, тирә-яҡтың матурлығын байҡау өсөн квадроциклдар буласаҡ. Никольский сиркәүенә ҡарай туризм трассаһын булдырыу күҙаллана. Быуа эргәһендә пляж волейболы уйнау өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Балалар өсөн таусыҡ хәстәрләнә. Киләһе йылда умарталыҡ та барлыҡҡа киләсәк. Был шөғөл буйынса Роман Анатольевичтың тәжрибәһе лә етерлек, килгән ҡунаҡтарҙы ул ҡыҙыҡтырмай ҡалмаҫ. Аттарҙа йөрөү мөмкинлеге, һарыҡтар үрсетеү ҙә планда. Килгән туристар ауыл тормошон яҡындан күреп, яҡшы ял алып ҡайтыр өсөн булдырыла барыһы ла.
Романдың пландары аныҡ, эҙмә-эҙмәлекле, һәр һүҙендә тәүәккәллек тойола. Быға тиклем башҡарылған эштәргә ҡарап уның ниәттәренең тормош ашырына шик юҡ.
–Кешеләр өсөн яҡшы ял ойоштороу ғына түгел, тәбиғәтте һаҡлауҙы ла маҡсат итеп ҡуям. Быуаға карп балыҡтарын ебәрҙек, һыу ятҡылығы тирәләй 2,5 мең төп ҡарағай үҫентеләре ултыртылды, таҙалыҡты хәстәрләп, яр буйҙарына бәҙрәфтәр урынлаштырылды. Был эштәрҙе бөтә күңелемде һалып башҡарам. Ауыл тәбиғәте күңелемә бик яҡын. Бында килһәм, бер ҡайҙа ла китке килмәй, – тип һөйләне Роман Рогачев.
Йәш эшҡыуарҙың тағы ла бер уй-ниәте һоҡландырҙы. Бында ул туристарҙың хәмерһеҙ, сәләмәт ялын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Әйткәндәй, Роман үҙе лә диндә. Ул ислам динен ҡабул иткән, намаҙ уҡый. Шуға ла уның һәр башланғысы изге.
Романдың ихлас күңелдән тотонған эше уңырына беҙ ҙә ышанабыҙ. Тағы ла күпмелер ваҡыт үтер һәм ул әйткән пландар тормошҡа ашыр. Стәрлебаш районының Айҙарәли ауылы эргәһендәге “Амур” глэмпингы юлсыларҙың яратҡан ял урынына әүерелер.
Стәрлебаш яҡтарының үҙ биҙәге
Һәр төбәктең үҙенең тәбиғәт матурлығы, үҙенең тарихы. Стәрлебаш яҡтары ла үҙенсәлекле төбәк. Эш сәфәре мәлендә был тарафтың үҙенсәлектәре, ҡыҙыҡлы урындары тураһында белешергә тырыштыҡ.Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән данлы булған. Ике быуат дауамында меңләгән шәкерт Стәрлебашта белем алған. Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың үҙҙәрендә уҡыуы менән дә ғорурлана стәрлебаштар. Шуға ла райондың гербының һәм флагының үҙәгендә лә асылған китап төшөрөлгән. Был Стәрлебашта борон билдәле мәҙрәсә булыуын данлай. Был төбәкте юрматы, тамъян, бөрйән, мең ырыуы кешеләре төйәк иткән.
Ҙур тарих һаҡлаған төйәккә ҡыҙыҡһынып килеүселәр аҙ түгел. Туризм маршруттарының райондан үтеүе лә быға дәлил.
Үҙе лә Стәрлебаш районынын булған замандашыбыҙ, “Сулейман трэвэл” туризм фирмаһының генераль директоры Ләйсән Сөләймәнованың тыуған районы аша ойошторған маршрутын да ҡунаҡтар яратып, ҡыҙыҡһынып ҡабул иткән.
–Стәрлебаш районы – бик бай тарихлы булыуы менән данлы. Заманында бында 50 мәҙрәсә булған. Беҙҙең төбәктә күрһәтерлек урындар байтаҡ , – тип һөйләне ул.
Стәрлебаш районына көйләнгән маршрутты һайлаусылар бында үҙҙәренә күп ҡыҙыҡлы нәмә ала. Район үҙәгендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы район тураһында бай мәғлүмәттәр һаҡлай. Ямғырсы ауылы халыҡтың боронғо тормош-көнкүрешен күрһәтә белеүе, йолаларҙы һаҡлай алыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бауырһаҡ, ҡыҫтыбый кеүек милли ризыҡтар бешерергә өйрәнеп, әллә күпме бай тәьҫораттар алып ҡайта килгән туристар.
“Стәрлебаш шишмәләре” тигән туризм маршруты ла был тарафта юҡҡа барлыҡҡа килмәгән. Был төбәк шишмәләренең күплеге менән билдәле. Халыҡ тарафынан да һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбәләнгән. Һәр кеше үҙенең тыуған төйәген ярата һәм ҡәҙерләй. Ҡуғанаҡ, Өршәк, Стәрле, Күндрәк, Тәтер кеүек республикабыҙҙағы сағыштырмаса ҙур йылғалар Стәрлебаш районынан башлана.
Биш йылға сығанағы буйынса йәйәүле туризм маршруты булдырыуҙың маҡсаты – үҫеп килгән быуында экологик мәҙәниәтте тәрбиәләү. Шулай уҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек рухын нығытыу, эске туризмды үҫтереү бурысы ла ҡуйылған. Был проектты тормошҡа ашырғанда атап үтелгән биш йылға буйынса күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплана. Уларҙың тирә-яғын таҙалыҡта тотоу йәһәтенән өмәләр уҙғарыу маҡсаты билдәләнә.
Проект район кешеләре һәм ҡунаҡтар өсөн яҡшы ял итеү мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта экологик маршрут булдырып, төрлө йәштәге кешеләргә район тәбиғәте менән яҡындан танышырға мөмкинлек асыла. Был проекттың файҙаһы ҙур. Ул халыҡ араһында тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген ойошторорға, йәш быуынға үҙенең тыуған төйәгенең тарихын, географияһын, мәҙәниәтен белеп үҫергә ярҙам итә.
“Стәрлебаш шишмәләре” маршруты буйынса туризм походы балалар һәм өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Шишмәләр башланған урында туристарға уңайлы булһын өсөн эскәмйәләр урынлаштырылған, евроконтейнерҙар ҡуйылған. Килгән туристар шишмәләр буйынса ғына белеп ҡайтмай, улар урынлашҡан ауылдар тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетә.
Шишмәләрҙе төҙөкләндереү сараларында ауыл биләмәләре менән берлектә Рус география йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе лә ҙур эш алып бара. Һуңғы өс йыл эсендә генә районда 25 шишмә һәм ҡоҙоҡ төҙөкләнгән.
Башҡортостанда туризм йәнле үҫешә
Башҡортостанда туризм тармағында һөҙөмтәле дәүләт механизмдары һәм ярҙам булдырылған. Был иһә юғары конкурентлы мөхиттә туризмға әүҙем үҫешергә булышлыҡ итә.
Яңы туризм объекттары төҙөлөүе, инфраструктура булдырылыуы ла тармаҡтағы ыңғай үҙәгәрештәр тураһында һөйләй. Һөҙөмтәлә, төбәгебеҙ тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итә. Был йәһәттән Башҡортостандың уникаль тәбиғәте, мәҙәни мираҫы туризм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Ғөмүмән, Башҡортостан – туристар ағымы артҡан төбәктәр исемлегендә. Республикабыҙҙа былтыр уларҙың һаны 2,3 миллион берәмектән ашыу булған. Төбәктең туризм инфраструктураһы үҫеше иҫәбенә артабан да ыңғай күренеште дауам итеү мөһим.
Туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн республика уңайлы мөмкинлектәр булдыра. Республика Башлығы Радий Хәбиров инвестиция сәғәттәре барышында шәхси рәүештә проекттарҙы ҡарай, уларға ярҙам тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.
Туризм үҫеше – төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек барлыҡ тармаҡтарға булышлыҡ итә. Инфраструктураның һәм туризм хеҙмәттәренең сифатын күтәреү аҡсаның төбәккә килеүенә лә йоғонто яһай.
Башҡортостанда 600-ҙән ашыу ҡунаҡханалар һәм шифаханалар, 120 – глэмпинг эшләй.
Ғаилә бизнесын асыу һәм үҫтереү өсөн грант ярҙамы биреп, туризм өлкәһендәге 54 инвестиция проектына финанс дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Туристар ағымының йыллыҡ үҫеше 20-25 процент тәшкил итә, маҡсат – йыл һайын өс миллионға яҡын туристы йәлеп итеү.
Республикабыҙҙа туризм үҫеше туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, урындағы предприятиеларға ярҙам итә, эш урындары барлыҡҡа килтерә, төбәгебеҙҙең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.
ФЕКЕР
Айҙар ҒӘЛИН, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары:
– Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Дәүләт ярҙамы үҙенә түбәндәгеләрҙе индерә: пляждарҙы йыһазландырыуға, кемпинг-урынлашыу объекттарын булдырыуға, туризм өсөн ҡорамалдар һатып алыуға, тәүлек әйләнәһенә эшләгән бассейндар ойоштороуға, яңы туризм маршруттары әҙерләүгә, һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн проекттар тормошҡа ашырыуға гранттар бирелә. Шулай уҡ бындай мөмкинлек автомобиль туризмы маршруты составында булған автомобиль юлдары эргәһендәге туризм инфраструктураһына ҡараған капиталь булмаған объекттар булдырыуға ла ҡағыла.
Ҡалаларҙың туризм үҙәген йыһазландырыуға ла гранттар менән файҙаланырға мөмкин. Ваҡиға сараларына ярҙам итеү өсөн дә грант ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән проект өсөн сауҙаһыҙ ер участкаһын ҡуртымға биреү, һалым ташламалары кеүек дәүләт ярҙамы сараларынан да файҙаланырға мөмкин.
Радик ҠАСИМХАНОВ, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары:
–Башҡортостан өсөн туризм тармағын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн республикабыҙҙа туризм йәнле үҫеш этабында. Башҡортостан туристар өсөн ҡыҙыҡһыныу уята бара.
Башҡортостанда туризмдың уникаллеге – туризм йүнәлештәренең спектры һәм күләм. Беҙҙең тәбиғәт – туризм мираҫы ҡурсаулыҡтарҙы, заказниктарҙы, тәбиғәт парктарын, һәйкәлдәрен, мәмерйәләрҙе, йылға һәм күлдәрҙе үҙе эсенә ала.
Туризм баҙарында Башҡортостан Республикаһы йәйен дә, ҡышын да ғаилә менән ял өсөн уңайлы төбәк булараҡ урын алған.
Декабрь айынан мартҡа тиклем – тау саңғыһы миҙгеле. Май айынан сентябргә тиклем походтар, һалда ағып төшөү, турбазала ял өсөн иң яҡшы ваҡыт.
Өфө ҡалаһында ла экскурсия маршруттары әҙерләнгән. Өфөнөң тарихи өлөшө буйынса йәйәүле маршруттар эшләй, ике ҡатлы туризм автобустарында иҫтәлекле урындарын күрһәтеү мөмкинлеге лә бар.
Ғафури районында урынлашҡан “Күркәм страус” фермаһына барыу ҙа өлкәндәрҙә лә, балаларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Кушнаренко районындағы таш парктың да үҙ йәме. Бында таштан эшләнгән әкиәт геройҙарына һоҡланырға мөмкин. Шулай уҡ скульптураларҙың авторы, урындағы рәссам менән танышырға, һөйләшергә була.
Мәҙәни-танып белеү туризмы өсөн “Янғантау” Һәм “Торатау” геопарктары, “Шүлгәнташ” тарихи-музей комплексы эшләй. Торахан мавзолейы эргәһендә буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендәге визит үҙәге, “Янғантау” геопаркына ҡараған “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы, “Торатау” геопаркындағы этнокомплекс, Воскресенское ауылы янындағы Арт-киңлекте туристар яратып ҡабул иткән.
Экойүнәлеш – ғаилә менән ял өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә барыу, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында ял итеү, һалда ағыуҙар, йәйәүле походтар, тауҙар буйынса трекингылар, Көньяҡ Уралдың тау саңғыһы үҙәктәре һымаҡ әүҙем ял төрҙәре.
Үҙаллы туристар өсөн республика биләмәһендә оҙонлоғо 950 километрҙан артып киткән “Көньяҡ Урал” һуҡмағы тигән проект тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең таулы биләмәһе аша үтә. 2024 йылда маршрут Башҡортостандың көньяғына “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына ҡарай оҙайтылды. 2025 йылда был һуҡмаҡ Бөрйән тармағының дауамына әүерелде. Был маршрут Шүлгәнташ мәмерйәһендә башланып китә, артабан Торатау, Ҡуштау кеүек билдәле шихандар янынан үтә һәм “Торатау” геопаркының Йөрәктау шиханында тамамлана.
Автор фотолары.