

Өфөләге Спорт һарайында Башҡортостан һәм Ҡытай хоккейсы ҡыҙҙары араһында матчтар үткәрелде. Ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһынан “Боҙло бал ҡорттары” һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Сычуань провинцияһы командаһы үҙ көсөн һынаны.
Ярыштар ике йәш категорияһында – 15 йәшкә һәм 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында ойошторолдо. Бәләкәй төркөмдә Ҡытай спортсылары еңеү яуланы. Улар ике осрашыуҙа ла беренселеккә өлгәште. Өлкән йәштәгеләр араһында командалар еңеүҙәр менән аралашты: тигеҙ һәм мауыҡтырғыс уйын күрһәттеләр.
Был сара тамашасыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты – Спорт һарайы трибуналары тулған ине, тиерлек. Ошондай спорт осрашыуҙарын үткәреү Рәсәй менән Ҡытай араһындағы мәҙәни бәйләнеште нығыта.
Фото: “Ворота в спорт” компанияһы.
Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/sport/2025-11-05/v-ufe-zavershilis-hokkeynye-igry-druzhby-4453455?ysclid=mhn7auj