

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII “Рәсәй – спорт державаһы” Халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты.
Форумдың темаһы – “Спорт киләсәк хаҡына: бергәләп еңәбеҙ”.
Форум делегаттарына тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Президенты Владимир Путин мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, пленар ултырыштың темаһы замандың төп ихтыяжын сағылдыра – спорт хәрәкәтен үҫтереүҙә бөтә илдәрҙең көсөн берләштерергә кәрәк.
“Рәсәй, планетаның күпселек дәүләттәре кеүек үк, илдәр һәм халыҡтарҙың тиңлек, бер-береңдең ихтыяжын аңлау, милли мәҙәниәттәрҙе ихтирам итеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек итеүе өсөн сығыш яһай”, – тине Владимир Путин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан баш ҡалаһындағы бынан алдағы форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәк слаломы өсөн комплекстың тәүге сираты асылғайны.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.