Спорт һәм туризм
14 Ноябрь 2025, 10:15

Шарандар туризмда ла һынатмай

Күп балалы Мортазиндар ғаиләһе өлгө күрһәтә.

Шарандар туризмда ла һынатмайШарандар туризмда ла һынатмай
Шарандар туризмда ла һынатмай

Уңғандар ниндәй эшкә тотонһа ла, килтереп сығара. Шаран районынан Джулия һәм Рәмил Мортазиндар ҙа туризм буйынса үҙ эшен асып, уңышлы эшләп килә. Шаран һыуһаҡлағысы эргәһендә “Ялантау” глэмпингын байтаҡ туристар яратып өлгөргән.

– Туризм электән ҡыҙыҡһындырҙы. Үҙем  Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында “Ҡунаҡхана эше” йүнәлеше буйынса һөнәр алдым. 2014 йылда уны тамамланым. Кейәүгә сығып, балалар тыуғас, уларҙы ҡарау мәшәҡәттәре менән булдым. Һуңынан үҙ эшебеҙҙе асырға ҡарар иттек. 2021 йылда тәбиғәттең матур урынында ер участкаһын ҡуртымға алып, туристарға йәшәү өсөн йорт төҙөй башланыҡ. Барыһын да үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән башҡарып сыҡтыҡ. 2022 йылдың йәйендә тәүге туристарҙы ҡабул иттек. Күңелебеҙгә яҡын эш менән шөғөлләнеү үҙе бәхет, – тип һөйләне Джулия ханым.

Килгән туристарға рәхәтләнеп ял итеү өсөн “Ялантау” глэмпингында бөтә шарттар бар. Күркәм йорт, мунса, тышҡы яҡта ла мунса чаны, япма аҫтында өҫтәл, мангал зонаһы – быларҙың барыһы ла туристар уңайлығы өсөн хәстәрләнгән. Һыуһаҡлағысҡа пирс эшләп ҡуйыу ял итергә килеүселәргә тәбиғәт матурлығын күҙәтергә, балыҡ ҡармаҡларға мөмкинлек бирә. Күпселек ҡунаҡтар республикабыҙ ҡалаларынан, айырыуса Өфө, Туймазы, Октябрьскийҙан ял итеүселәр күп.

Үҙ эштәрен асҡан Джулия менән Рәмил Мортазиндар йүнсел эшҡыуарҙар ғына түгел, улар дүрт балаға матур тәрбиә лә бирә. Өлкән балалары ата-әсәләренә туризм эшендә ярҙам да итешә.

– Балалар, туғандар шулай бер-береһенә терәк булғанда эшләүе лә күңелле, – ти эшҡыуарҙар.

Башҡортостанда ял итергә яраталар 

Башҡортостанда туризм өлкәһендә һөҙөмтәле дәүләт механизмдары һәм ярҙам саралары ҡаралған. Был иһә конкурентлы мөхиттә әүҙем үҫешергә мөмкинлек бирә. Республикабыҙҙа яңы туризм объекттары барлыҡҡа килеүе, инфраструктураның әүҙем үҫеүе лә тармаҡтағы ыңғай үҙгәрештәр тураһында һөйләй, туристарҙы йәлеп итеүгә юл аса. Уникаль тәбиғәт, мәҙәни мираҫ та үҫеш өсөн юғары потенциал булып тора.

Туризм үҫеше туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, урындағы предприятиеларға ла ярҙам итә, яңы эш урындары булдыра. Был иһә төбәктең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.

Башҡортостан туристар ағымы артҡан төбәктәр исемлегендә. Республикабыҙҙа былтыр туристар һаны 2,3 миллиондан ашыу булған. Төбәктең туризм инфраструктураһы үҫеше иҫәбенә артабан да ыңғай динамиканы дауам итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һумға яҡын федераль аҡса йүнәлтелгән.

Туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн республика уңайлы мөмкинлектәр булдыра. Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте" ултырыштарында проекттарҙы үҙе ҡарай, уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.

Туризм үҫеше­ төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек барлыҡ тармаҡтарға булышлыҡ итә. Инфраструктураның һәм туризм хеҙмәттәренең сифатын күтәреү аҡсаның төбәккә килеүенә лә йоғонто яһай.

Башҡортостанда 600-ҙән ашыу ҡунаҡхана һәм шифаханалар, 120 глэмпинг эшләй.

Ғаилә бизнесын асыу һәм үҫтереү өсөн грант биреп, туризм өлкәһендәге 54 инвестиция проектына финанс дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Туристар ағымының йыллыҡ үҫеше 20-25 процент тәшкил итә, маҡсат – йыл һайын өс миллионға яҡын туристы йәлеп итеү.

Республикабыҙҙа туризм тармағының үҫеше республикабыҙ халҡына һәм ситтән килгән ҡунаҡтарға Башҡортостандың күркәм тәбиғәтен танытыу йәһәтенән дә булышлыҡ итә. “Һәр муниципалитетта ҡаланың йәки райондың туризм яғынан ылыҡтырыу көсөнә эйә булған уникаль саралары булыуы мөһим”, – тигәйне былтыр республика Башлығы үҙенең сығышында.

Әйткәндәй, Башҡортостанда уның етәксеһе булараҡ эш башлағанда Радий Хәбиров эске туризм үҫешенә бәйле хәлде критик тип баһаланы. Проблеманы ул тейешле инфраструктура булмауы менән бәйләне. Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн грант һәм субсидиялар, һалым ташламалары системаһын булдырырға ҡарар ителә.

Пандемия ваҡытында, әле махсус хәрби операция мәлендә киҫкен һорауҙарҙы хәл итеүгә финанслауҙа ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, туризм йүнәлеше өҫтөнлөклө булып ҡала.

Үҙебеҙҙе донъя кимәлендә танытабыҙ

Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитетының күсмә ултырышында Башҡортостандағы юғары фәнни һәм мәҙәни-тарихи ҡиммәткә эйә объекттарҙы һәм биләмәләрҙе донъя, Рәсәй киңлегендә танытыу мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров республикабыҙҙың тәбиғи объекттарын халыҡ-ара кимәлгә  күтәреү буйынса төп ҡаҙаныштарҙы атаны. Быйылғы йылдың айырыуса уңышлы булыуын билдәләне.

– Беҙ етди еңеүҙәргә өлгәштек. Йәй Шүлгәнташ мәмерйәһе мәҙәни объект булараҡ ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә инде. “Торатау”  геопаркы сентябрҙә ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә кертелде. Унан алда, май айында, компетенциялар үҙәге булдырылды – Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО таныған “Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре” кафедраһы асылды. Ғафури районында Рәсәйҙәге тәүге “алтын ҡаҙаҡтар” асылыуы ла мөһим ваҡиға булды, – тине төбәк етәксеһе.  

Осрашыуҙа ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн тәҡдим ителгән республика биләмәһендәге яңы объекттар тураһында һүҙ барҙы. Тәүге сиратта уларға Башҡортостан шихандары – Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау инә, улар Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегендә бар. Ултырышта шихандарға халыҡ-ара статус исемен биреү өсөн артабанғы маҡсаттар ҡаралды. Улар буйынса һуңғы һығымтаны эксперттар киләһе йыл йәйгә әҙерләргә ниәтләй. ЮНЕСКО-ның  Бөтә донъя мираҫы исемлегенә киләсәктә Мәләүез районындағы Воскресенск баҡыр иретеү заводын һәм Шишмә районындағы Турахан мавзолейын да индереү күҙаллана.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, объекттарҙағы ЮНЕСКО статусы төбәккә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә, инфраструктура булдырыуға, инвесторҙар тарафынан иғтибар артыуына булышлыҡ итә. “Янғантау” геопаркының үҫеше һәм “Салауат ере” комплексын булдырыу быға миҫал булып тора. Улар шәхси инвестициялар килеүенә йоғонто яһаны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Воскресенск баҡыр иретеү заводы һәм Ишембай районы Верхотор ауылындағы тарихи һәйкәлдәрҙе берләштергән туризм кластерын булдырыу буйынса эш дауам итәсәген белдерҙе:

– Был объекттар – республикала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн бик яҡшы локация. Улар  ылыҡтырғыс туризм маршруты төҙөргә булышлыҡ итәсәк. Был биләмәнең сәнәғәт мираҫы менән бәйле йөкмәткеле саралар әҙерләйәсәкбеҙ. Унда һөнәрселәребеҙҙе лә йәлеп итеп, тематик фестиваль уҙғарырға ниәтләйбеҙ.

Фото: "Ялантау" глэмпингы архивынан.

Шарандар туризмда ла һынатмай
Шарандар туризмда ла һынатмай
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас