Спорт һәм туризм
20 Ноябрь 2025, 08:30

Үҙенсәлекле турнир еңеүселәре асыҡланды

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте

Үҙенсәлекле турнир еңеүселәре асыҡландыҮҙенсәлекле турнир еңеүселәре асыҡланды
Үҙенсәлекле турнир еңеүселәре асыҡланды

Өфөләге вуз-ара кампуста программалаштырыу буйынса II Бөтә Рәсәй турнирының финалына илдең иң яҡшы 20 командаһы йыйылды.

19 ноябрҙә Өфөлә “Берлога” милли киберфизик платформаһы техник ижад фестивале һәм программалаштырыу буйынса II Бөтә Рәсәй турнирының финалы үткәрелде. Саралар Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, республиканың Йылдам һөнәр  әҙерлек үҙәге тарафынан ойошторолдо.

Әйткәндәй, “Берлога” милли киберфизик платформаһы техник ижад фестивале Өфөлә дүртенсе тапҡыр ойошторола. Ярыштар илдең 10 төбәгенән 20 иң яҡшы уҡыусылар һәм студенттар командаһын йыйҙы. Улар үҙ сиратында 63 төбәктең меңләгән ҡатнашыусыһы араһынан онлайн-һынау үтте. 

-Ике йыл эсендә турнир тотош ил буйынса меңдән ашыу ҡатнашыусыны, көслө остаздарҙы һәм уҡытыусыларҙы тупланы. Ярыштар уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың ҡатмарлы  инженер һәм программа мәсьәләләренә ҙур ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – уларға булышлыҡ итеү, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов.

II Бөтә Рәсәй турнирының финалы еңеүселәрен һәм призерҙарын Техник ижад фестивалендә бүләкләнеләр.

Турнир еңеүселәре:
1 урын –“Berloga Hack Pack” командаһы: Тамерлан Ғәзизов, Роман Кузнецов (Өфө);
2 урын
 – “Игроки номер 1” командаһы: Влад Демьянцев, Екатерина Гордейчук, Роман Узлов (Төмән);
3 урын
 –“Team_Scoofs” командаһы: Тигран Оганян, Андрей Князев, Артём Мотин (Тольятти).

Сығанаҡ, фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас