

“24-25 ноябрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Бөтәһе өсөн дә асыҡ” инклюзив форумы үтте. Ике бик бай һәм бик файҙалы эш көнө артта ҡалды. Республика делегацияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә эшләне. Кисә көндөң тәүге яртыһында беҙ түңәрәк өҫтәлдә Стратегик башланғыстар агентлығының (АСИ) инвалидтарҙы комплекслы реабилитациялау һәм абилитациялау буйынса моделле программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында доклад менән сығыш яһаныҡ.
Ә инде кис Бөтә Рәсәй “Бөтәһе өсөн дә асыҡ” премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Беҙҙең республика “Бөтәһе өсөн дә асыҡ” проектының “Лидерҙар” номинацияһында еңеүсе булды.
Был, ысынлап та, юғары һәм әһәмиәтле һөҙөмтә.
2025 йыл башынан Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә шул уҡ исемле федераль проектта әүҙем ҡатнаша. Уның асылы, тәү сиратта, инвалидтарға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙә, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе яраҡлаштырыуҙа, һаулыҡ үҙенсәлектәре булған кандидаттар өсөн эш урындары булдырыуҙа һәм башҡа күп нәмәләрҙә. Бөгөнгө көндә милли инклюзив килешеүҙәргә ҡул ҡуйған 200-ҙән ашыу компания эшләй. Улар араһында эре эш биреүселәр ҙә, урта, бәләкәй бизнес та, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар.
Был күрһәткес буйынса беҙ илебеҙҙә лайыҡлы урын биләйбеҙ. Был награда – бөтә команданың һәм уҙаҡташтарҙың хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Республикабыҙҙа инклюзив тәжрибәләрҙе артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Стратегик башланғыстар агентлығына эшебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов.
Фото: Руслан Хәбибовтың Телеграмдағы сәхифәһенән.