Өфө районының Шамонин ауылынан Шамил Илембәтов былтыр СТС каналында барған “Суперниндзя” халыҡ-ара шоуында ҡатнашып танылыу яулағайны. Ни бары 16 йәшендә ҡатмарлы һайлау этабын үтеп, башҡорт егете тотош донъянан үҙ көсөн һынаған, үҙенән олораҡ һөнәри спортсылар араһында бирешмәне. Әйткәндәй, уның ата-әсәһе сығышы менән – Ейәнсура районының Ибрай ауылынан.
Шуныһы үҙенсәлекле: “Суперниндзя” спорт экстремаль шоуының 4-се сығарылышының беренсе этабында центрифуга – тәрән упҡын – быулы цилиндрҙар – бәүелеп торған күпер һәм башҡалар ине. Шамонин егете быулы цилиндрҙар этабынан төшөп ҡалды, әммә 16 йәшлек башҡорт егетенең ошо һынауҙарҙы үтә алыуы ла үҙе батырлыҡҡа тиң ине! Был ярыштар иһә Минераль Һыуҙар ҡалаһында үткәрелә. Унда төрлө ҡаршылыҡтарҙан торған, һынауҙар үткәрелгән һыҙаттың оҙонлоғо 112 метр тәшкил итә.
Күптән түгел беҙ, Шамилды күреп, уның нимәләр менән шөғөлләнеүе, мауығыу төрҙәре һәм башҡалар тураһында һөйләштек.
– Шамил, популяр, бигерәк тә йәштәр яратҡан “Суперниндзя” тапшырыуы тормошоңа йоғонто яһанымы?
– Эйе, был тапшырыу тормошома үҙгәрештәр индермәй ҡалманы – ошо ярыштарҙан һуң популяр була башланым. Мине танып, “Һин теге “Суперниндзя”ла төшкән Шамилмы?” тип һорайҙар һәм был тапшырыуға нисек эләгеүем, кастингты нисек үтеүем менән ҡыҙыҡһыналар. Спорт күнекмәләре ваҡытында ла: “Һин теге “Суперниндзя”ла ҡатнашҡан Шамилмы?“ – тип эргәмә килеүселәр бар, хатта тауышымдан танығандар ҙа булғыланы.
– Тағы ниндәй ярышта үҙ көсөңдө һынап ҡараның?
– Былтырғы тапшырыуҙа ҡатнашҡандан һуң Берҙәм дәүләт имтихандарына ныҡлап әҙерләнә башланым, шуға күрә барлыҡ көсөмдө ошо һынауҙарҙы уңышлы үтеүгә йүнәлттем, уҡыуҙан һуңғы буш ваҡытымды имтихандарға әҙерлеккә арнаным. Ошо сәбәпле, бер ҡайҙа ла ныҡлап ярыштарға йөрөй алманым, тип әйтергә мөмкин.
Шулай итеп, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас ҡына Башҡортостан чемпионатында 100 метр арауыҡҡа үҙемде һынаным. Ярыштар “Патриот” паркында үткәрелде. Был көндө әлеге кеүек хәтерләйем, сөнки ошо ярыштарға эләгеүем үҙенә күрә бер һынауға әүерелде. 21 сентябрь ине. Мин бәлиғ булмағас, башта ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт бирмәнеләр. Тиҙҙән, 24 сентябрҙә, тыуған көнөм булғас, ошо хаҡта әйткәс һәм ныҡлап һорағас, ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт иттеләр.
Тағы “Патриот”та үткәрелгән “Геройҙар уҙышы”нда биш километр арауыҡҡа үҙ көсөмдө һынап ҡарарға теләгәйнем, тик 18 йәшем тулмау сәбәпле, мине ярыштарға үткәрмәнеләр. Киләсәктә был арауыҡҡа ярыштарҙа үҙемде һынап ҡарармын, тип уйлайым.
– Шамил, һин үҙенсәлекле спорт төрө менән шөғөлләнәһең. Ә беҙҙә күнекмәләр үткәреү өсөн ниндәй шарттар бар?
– Шуныһы ҡыуаныслы: республикала был спорт төрө ныҡлап үҫешә башланы. Хәҙер “Суперниндзя” командаһы менән зал төҙөйбөҙ. Ул декабрь баштарында үҙ ишектәрен асыр, тип көтәбеҙ. Владимир Старцев – ошо ниндзя-залдың төп етәксеһе. Ул шулай уҡ үҙен “Суперниндзя” ярыштарында даими һынап ҡарай. Әйткәндәй, быйыл да остазыбыҙ ошо ярыштарҙа дүртенсе тапҡыр ҡатнаша.
– Ғөмүмән, бөгөн, ниндзя-спорттан тыш, тағы ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнәһең?
– Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырғандан һуң, йүгереү менән ныҡлап мауыға башланым. Был үҙ көсөмдө һынап ҡарау өсөн кәрәк. Әйтергә онотҡанмын икән: имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң үҙем теләгән вузға – Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға индем, шуға күрә күп ваҡытымды белем алыуға бүләм. Хәҙер мине көн һайын мине биш пар дәрес көтә (йылмая. – А.Н.) Хәҙер ятаҡта йәшәйем.
Ғөмүмән, спорт менән шөғөлләнеү, бигерәк тә воркаут һәм ниндзя-спорт оҡшай, йөҙөү менән дә мауығам.
– Шамил, гәзит уҡыусыларыбыҙға, тиҫтерҙәреңә ниндәй уй-теләктәрең бар?
– Иң мөһиме – бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙеңде һынап ҡарарға, уй-ниәттәреңде трмошҡа ашырырға ынтылырға кәрәк. Ошо ваҡытта һәр кем яратҡан шөғөлөн һәм шулай уҡ спорт төрөн таба алалыр, тип уйлайым. Тағы эргәңдә күңелеңә яҡын, һинең уй-теләктәреңде уртаҡлашҡан, аңлаған кешеләрҙең булыуы яҡшы.
Тормошта алдыңа маҡсаттар ҡуйып, һөҙөмтәләргә ынтылырға кәрәк. Ә бының өсөн бер йүнәлештә барыу мөһим. Шәхсән үҙем ниндзя-спорт яҡлы, әлбиттә. Әле башҡалар “Суперниндзя”ның бишенсе миҙгеленә ғаризалар тапшыра башланы. Бәлки, унда мине һайлап алырҙар һәм финалға тиклем барып етә алырмын, тип өмөт итәм.
Әйткәндәй, башта ошондай спорт сараларында ҡатнашырға йөрьәт итмәй инем. Әммә бер нәмәнән дә, шул иҫәптән һыуға йығылыуҙан да (ниндзя-спорттың бер һынауы. – А.Н.) ҡурҡырға кәрәкмәй. Үҙем дә был һынауҙарҙың беренсе ҡаршылығын үткәндә мейене “һүндерҙем”, үҙемде ҡулға алдым, тынысландым һәм алға ынтылдым. Иң мөһиме – һалҡын баш менән уйларға кәрәк. Минең тарихым ошондайыраҡ.
– Шамил, барлыҡ уй-ниәттәреңдең трормошҡа ашыуын, яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Фотолар: Шамил Илембәтовтың шәхси архивынан.
ҠЫҪҠАСА.
Ниндзя-спорт – заманса спорт йүнәлеше. Ул айырым ваҡытҡа төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеүгә нигеҙләнгән. Был спорт төрө үткән быуат аҙағында Японияла телешоу булараҡ барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта сарала ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән трассаны мөмкин тиклем тиҙерәк үтергә тейеш булған. Һөҙөмтәлә ошо хәл яңы спорт хәрәкәте барлыҡҡа килгән. Хәҙер ул күптәрҙе етеҙлеге, төрлөлөгө, уйын элементтарының барлығы, физик әүҙемлекте талап итеүе, төрлө һынауҙарҙа үҙеңде күрһәтә алыу мөмкинлектәре менән ылыҡтыра.