Бөгөн Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатының йәрәбә һалыу сараһы булды. Был спорт турнирында барлығы илдең 48 төбәгенән 163 спортсы үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Республикабыҙ данын һигеҙ спортсы яҡлаясаҡ. Беренсе алышта Азалия Әминева Калининград өлкәһе вәкиле Елизавета Кузнецованы нокаутҡа “оҙатты”. Шулай уҡ республикабыҙҙан Юлия Чумгалакова һәм Алина Муллагулова үҙҙәренең ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яуланы.
Ауырлыҡ үлсәмдәре буйынса түбәндәгесә: 48 килограмм - 16 боксёр; 50 килограмм - 17; 52 килограмм - 12; 54 килограмм - 16; 57 килограмм - 14; 60 килограмм - 18; 63 килограмм - 14; 66 килограмм - 15; 70 килограмм - 12; 75 килограмм - 12; 81 килограмм - 7; 81 килограмдан юғары - 10.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты теҙмәһе:
30 ноябрь - 3 декабрь -
Алдан алыштар;
4 декабрь:
12:00-15:00 – ярымфинал алыштар;
16:00 - 19:00 - Ярымфинал алыштар;
19:00-20:00 – медиа-үлсәү.
5 декабрь:
15:00 - 15:30 - сараны ябыу тантанаһы;
15:30 - 20:30 – финал алыштары, бүләкләү тантанаһы.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!