Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Ноябрь 2025, 15:45

Мәртәбәле чемпионаттың мөһим сараһы булды

Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса донъя чемпионаты башланды.

Мәртәбәле чемпионаттың мөһим сараһы булды
Мәртәбәле чемпионаттың мөһим сараһы булды

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең бокс легендалары, был спорт төрө буйынса донъя чемпиондары, Олимпия уйындары призерҙары һәм еңеүселәре Софья Очигава, Егор Мехонцев, билдәле спортсылар Саадат Далгатова, Светлана Андреева, Алексей Тищенко, Ирина Серебреникова, Эдуард Абзалимов һәм Әхмәтхан Адилов килде.

Ошо ҙур спорт сараһы айҡанлы конференция ойошторолдо. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Бокс федерацияһы генераль секретары урынбаҫары Станислав Стрелков һәм башҡалар ҡатнашты.

Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров исеменән сәләмләне. Руслан Таһир улы ошондай сараларҙы республикала үткәреүҙе намыҫ эше тип атаны. Әйткәндәй, ошондай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2023 йылда үткәрелгәйне. Быйылғы сарала 180 спортсының ҡатнашыуы - үҙе ҙур мәртәбә.

Әйткәнебеҙсә, Рәсәй чемпионатына тотош илебеҙҙән 180 спортсы килде. Уларҙың 11-е Башҡортостан исеменән сығыш яһай.  

Руслан ХӘБИБОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры:

 –  Башҡортостанда спорттың 140 төрө үҫешкән. Улар араһында спорт айырым урын биләй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, республикала спорт менән файҙала алыу мөмкинлектәре арта, йыл һайын физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны күбәйә. Яңы Көрәш һарайы турнир өсөн идеаль арена тип уйлайым. Бында спортсылар үҙҙәренең һәләтен асыу өсөн шарттар булдырылған.

Альберт МУТАЛИБОВ, Рәсәйҙең бокс буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының өлкән тренеры:

- Чемпионатта Башҡортостандан ҙур команда – һигеҙ спортсы ҡатнаша. Азалия Әминева кеүек лидерҙар бар. Ул төбәктән ситтә лә билдәле. Уға 66 килограмм ауырлыҡ үлсәмендәге төп боксер булараҡ ҙур өмөт бағлайбыҙ.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар боксының әүҙем үҫешен билдәләргә кәрәк. Тиккә генә төбәк төп спорт наградаһын – Милли спорт премияһын алманы. Был ярыштарҙы әҙерләү һәм ойоштороу – тулыһынса республика ҡарамағында. Шуға күрә Башҡортостанды Рәсй боксы флагманы тип атарға мөмкин.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас