Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты тантаналы асылды. Ошо ҙур спорт сараһын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Бокс федерацияһы генераль секретары урынбаҫары Станислав Стрелков һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләне.
- Ошо көндәрҙә Милли спорт премияһында Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Ошо статусты дәлилләп, республикабыҙ икенсе тапҡыр спорт Рәсәйҙә генә түгел, донъяла төп булған сараһын үткәрә, - тине Руслан Таһир улы.
Белеүебеҙсә, Башҡортостан “Милли спорт премияһы-2025”тә спорт үҫеше йәһәтенән иң яҡшы төбәк тип танылды һәм призға лайыҡ булды. Мәскәүҙә лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһында юғары награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алды.
- Ҙур бәхет тойғоһо менән был награданы өйгә алып ҡайтасаҡмын һәм быға мөнәсәбәте булғандарға тапшырасаҡмын. Был – тренерҙар, методистар, физкультура уҡытыусылары, бөйөк спортсыларыбыҙ һәм спорт юлын башлаған малайҙар, ҡыҙҙар. Сөнки был – иң тәү сиратта уларҙың ҡаҙанышы, - тигәйне төбәк етәксеһе. - Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа залға килгән балаларҙың спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырыу, матур физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, һарайҙар – иң яҡшыһы өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ.
Әйткәндәй, Башҡортостан был номинацияла икенсе тапҡыр еңеү яуланы. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика илдә иң яҡшыһы тип танылғайны.
Рәсәйҙең Бокс федерацияһы генераль секретары урынбаҫары Станислав Стрелков Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең бокс үҫешенә ҙур иғтибар бүлеүе тураһында әйтте.
- Ике йыл элек Өфө был масштаблы турнирҙы үткәргәйне. Шуға күрә быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһын ышаныс менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатын үткәреү урыны итеп һайланыҡ. Беҙҙе онотолмаҫ тамаша көтә тип уйлайым, - тине Станислав Стрелков.
Әйткәндәй, 2023 йылда боксерҙар йәмәғәтселеге республика Башлығы башланғысын хупланы һәм дөйөм йыйылышта берҙәм тауыш менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровты республиканың Бокс буйынса федерацияһы президенты итеп һайланы. Андрей Геннадьевич бай тәжрибәле етәксе булараҡ бокс үҫеше өсөн тотондо һәм һуңғы ике йылда Өфө, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур ярыштарҙы үткәреү урынына әйләнде. Бындай чемпиондар үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итә, ярыштар барышында лидерҙар барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа улар – Артур Собханҡолов, Данис Ғабдрафиҡов, Азалия Әминева, Бекхан Исраилов һәм башҡалар. Күптәр өсөн лидерҙарыбыҙ миҫал булып тора, спорт эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәләре республика данын арттыра. Мәҫәлән, Башҡортостан тураһында тотош донъяла һөйләйҙәр, сөнки Артур Собханҡолов – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа һәм Азия чемпионы, IBA INTERCONTINENTAL һәм WBA OCEANIA билбауҙары хужаһы. Бынан тыш, Артур IBF рейтингының етенсе баҫҡысын биләй. Азалия Әминева – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа һәм донъя беренселектәре, БРИКС илдәренең халыҡ-ара спорт уйындары еңеүсеһе, Рәсәйҙең ике тапҡыр еңеүсеһе.
Бокс – спорттың иң йәнле төрҙәренең береһе. Ышаныс һәм ихтыяр көсө дөрөҫ тормош ҡиммәттәрен билдәләй. Был спорт ярыштарында ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!