Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Ноябрь 2025, 09:45

Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне

Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро” ойошмаһы бишенсе тапҡыр атайҙарҙы улдары менән үҙҙәренең яратҡан ҡатындары, әсәйҙәре өсөн бергәләп бүләк әҙерләү өсөн тупланы.

Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне

Әсәйҙәр көнөнә улдар үҙҙәренең ғәзиз кешеләренә үҙ ҡулдары менән бүләк әҙерләне. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың “Ир-егеттәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров йәмғиәттә атайҙар абруйын күтәреүгә, атайҙар менән балалар араһындағы бәйләнеште нығытыуға йүнәлтелгән сараларҙы даими үткәрә.

Әсәйҙәр көнө алдынан Өфөләге “Мосафир” оҫтаханаһында ғәҙәттәгесә булмағанса, хас ғаиләләгесә мөхит ине. Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро” ойошмаһы бишенсе тапҡыр атайҙарҙы улдары менән үҙҙәренең яратҡан ҡатындары, әсәйҙәре өсөн бергәләп бүләк әҙерләү өсөн тупланы.

Оҫталарҙың һәм атайҙарҙың етәкселегендә малайҙар тырышып эксклюзив күн әйберҙәр - асҡыс ҡуйғыстар, паспорт өсөн тышлыҡтар, кархолдерҙар әҙерләне. Күптәр, беренсе тапҡыр күн менән эшләп ҡараһа ла, илһамланып эшкә тотондо. Эргәлә ныҡлы терәгең булғанда эш тә шәп бара шул, кәрәк икән, ул ярҙам итеп ебәрә.

“Атайҙар һәм балалар араһында йәнле аралашыуҙың кәмеүе ошондай осрашыуҙарҙы ойоштороуға сәбәп булды, - тип аңлатты Зариф Закир улы. - Атайҙар көнө буйы эштә, балалар гаджет менән көн үткәрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл нормаға әйләнде. Үҫеп килгән быуын вәкилдәренә атай ҡиммәттәрен һәм принциптарын ҡабул итеп алыу мөһим. Маҡсатыбыҙ - ошо үҙ-ара аралашыуҙы арттырыу. Ир-егеттәр ҡоро рухлы, принципиаль һәм йәмғиәтебеҙҙең рухи терәге булған ир-егеттәрҙе берләштерә. Осрашыуҙың Әсәйҙәр көнөнә арналыуы ла тиккә түгел. Әсәйҙәр өсөн балаһы барлыҡ күңелен һалып эшләгән бүләктән дә ҡәҙерлеһе юҡ.

Зариф Закир улы “Мосафир” оҫтаханаһына нигеҙ һалған Азамат Юлдашбаевҡа Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро”на ярҙам иткәне, сараны ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Һөнәрселек оҫтаханаһы етәксеһе Азамат Юлдашбаев ҡул менән атҡарылған эштәрҙең мөһимлеге һәм бындай бүләктең айырым ҡиммәткә эйә булыуы тураһында әйтте. Уның оҫтаханаһында етештерелгән әйберҙәр ситтә лә юғары баһалана һәм нигеҙҙә улар экспортҡа сығарыла, Рәсәйҙә 5 - 7 проценты ғына ҡала.

Оҫтаханала эш ҡайнағанда бер нәмә ныҡлап аңлашылды: иң мөһиме - сувенирҙар түгел, бөгөн атайҙар менән улдарҙы бәйләгән ышаныс һәм һөйөү ептәре.

Сығанаҡ, фото: Гүзәл Бикмәтова.

Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Атайҙар менән улдар әсәйҙәргә бүләк әҙерләне
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас