Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Декабрь 2025, 18:15

Ауыл тренерына – 1 миллион һум

Был - яңы еңеүҙәргә ҙур аҙым. 

Ауыл тренерына – 1 миллион һум
Ауыл тренерына – 1 миллион һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашҡан биш кешегә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендә сертификаттар тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында үтте.

Сертификаттарҙы Дыуан районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең фигуралы шыуыу буйынса тренер-уҡытыусыһы Валерия Храмцова, Учалы районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусыһы Максим Тимофеев, Яңауыл районының “Йәшлек” спорт мәктәбенең спорт көрәше буйынса тренер-уҡытыусыһы Илназ Ханов, Туймазы районының 2-се спорт мәктәбенең футбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Рәмил Низаметдинов һәм Ишембай районының 3-сө спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Николай Жуков алды.

"Беҙ ауыл тренерҙарына күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт белдерергә теләйбеҙ.

Был награда – балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә, йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереү. Яңы еңеүҙәргә өлгәшәсәкбеҙ", – тине Ишембай районы тренеры Николай Жуков. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһын 2020 йылдан тормошҡа ашыралар. Был ваҡыт эсендә дөйөм суммаһы 166,2 миллион һумлыҡ 207 уҡытыусы ярҙам алған. Проект ярҙамында 13 ауыл районында республиканың спорт резервын булдырыу өсөн структур бүлексәләр асылды. Атап әйткәндә, 2025 йылда спорт көрәше, бокс, мини-футбол, волейбол, баскетбол һәм йөҙөү буйынса яңы секциялар барлыҡҡа килгән.

Программа буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем артты. Шулай уҡ белгестәр 2024 йылдан ғәмәлгә ашырылған “Ҡала тренеры” программаһына инә ала.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас