Өфө районының Михайловка ауылындағы А.М. Алымов исемендәге мәктәптә боксерҙар оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәйҙең XXVI чемпионаты барған ваҡытта уҡыусылар өсөн был хәл матур бүләккә әүерелде. Ҡыйыу спорт төрө вәкилдәре менән бергә Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников килде. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ахмедхан Адилов, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Юлия Немцова, Эдуард Абзалимов оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.
– Уҡыған мәктәбемдә таныштырыу күнекмәләренән һуң бокс менән шөғөлләнергә ҡарар иткәйнем. Рәсәйҙең әйҙәүсе спортсылары менән бөгөнгө осрашыуҙан һуң балалар көс һәм аҡыл үҫтергән бокс менән мауығыр, тип ышанам, - тине Николай Ельников.
Рәсәйҙең Бокс федерацияһының чемпиондар советы рәйесе Ахмедхан Адилов илдә ошондай оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙәре тураһында белдерҙе.
- Бокс үҙенең көслө, сос итеү мөмкинлеге менән иғтибарҙы йәлеп итте. Спорт миңә дуҫтар табырға ярҙам итте, тәртипкә, хеҙмәт һөйөргә өйрәтте, - тине билдәле чемпион.
Республиканың Бокс федерацияһы рәйесе урынбаҫары Таһир Ғәлиев ауыл мәктәбе уҡыусыларының физик йәһәттән әҙерлеген юғары баһаланы.
Фото: Петр Маков.
Сығанаҡ, фото: https://ufimnivy.ru/news/novosti/2025-12-02/rossiyskie-sportsmeny-proveli-master-klass-po-boksu-v-ufimskogo-rayone-449021