Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Декабрь 2025, 21:55

Рәсәйҙең спорт мастерҙары Баймаҡ спортсылары менән осрашты

Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, сараны асып, ҡунаҡтарға килгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Рәсәйҙең спорт мастерҙары Баймаҡ спортсылары менән осрашты
Рәсәйҙең спорт мастерҙары Баймаҡ спортсылары менән осрашты

Өфөлә барған ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатында Баймаҡтан йәш спортсылар билдәле спорт мастерҙары Юлия Немцова һәм Эдуард Абзалимов менән осрашты. Был билдәле спортсылар тәжрибә уртаҡлашырға һәм балаларҙы бокс менән шөғөлләнеүгә илһамландырырға килгәйне.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, сараны асып, ҡунаҡтарға килгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

“Бокс федерацияһы – ҙур ғаилә ул. Бөгөнгө күнекмәләрҙән һуң һеҙ үҙегеҙҙе уның бер өлөшө тип һанай алаһығыҙ”, - тине Эдуард Абзалимов. Ул үҙенең  26 йыл буйы бокс менән шөғөлләнеүе тураһында әйтте.

Юлия Немцова Башҡортостан тәбиғәте, урында йәшәүселәрҙең ҡунаҡсыллығы һәм республикала ҡатын-ҡыҙҙар боксының популяр булыуы тураһында һөйләне.

Сығанаҡ, фото:https://bv02.info/news/localnews/2025-12-03/rossiyskie-boksyory-proveli-master-klass-v-baymakskom-rayone-4491937

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас