Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Ете көн буйы Рәсәйҙең 48 төбәгенән 163 спортсы беренселек өсөн алышты. Уларҙың 24 генә иң яҡшылар иҫәбенә инде – спортсылар 12 ауырлыҡ үлсәмендә ярышты. Һөҙөмтәлә 2025 йылдың иң көслө 12 боксеры асыҡланды.
Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы Азалия Әминева өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы тип танылды. Өфөнән Юлия Чумгалакова ла беренсе урынға сыҡты. Был – уның алтынсы тапҡыр Рәсәй чемпионы булыуы.
Финал һөҙөмтәләре:
48 килограмм:
Юлия ЧУМГАЛАКОВА (Мәскәү өлкәһе - Башҡортостан) - Екатерина ФЕДОТОВА (Силәбе өлкәһе).
50 килограмм:
Рукет КУШТОВА (Хабаровск крайы) - Арина ВОСТРИКОВА (Краснодар крайы).
52 килограмм:
Ульяна САВРО (Ростов өлкәһе – Донецк Халыҡ Республикаһы) – Анна АЭДМА (Алтай крайы).
54 килограмм:
Анастасия КООЛЬ (Краснодар крайы) - Дарья ПАНТЕЛЕЕВА (Бүрәт Республикаһы).
57 килограмм:
Людмила ВОРОНЦОВА (Мәскәү өлкәһе – Бүрәт Республикаһы) - Карина ТАЗАБЕКОВА (Санкт-Петербург).
60 килограмм:
Алина ПУШКАРЬ (Краснодар крайы) - Дарья АБРАМОВА (Тула өлкәһе).
63 килограмм:
Надежда ГОЛУБЕВА (Краснодар крайы) – Елена БАБИЧЕВА (Мәскәү – Брянск өлкәһе).
66 килограмм:
Азалия ӘМИНЕВА (Башҡортостан) – Ангелина ТОЛСТАЯ (Санкт-Петербург).
70 килограмм:
Дарима САНДАКОВА (Мәскәү өлкәһе – Бүрәт Республикаһы) - Анастасия ЭСМАН (Кемеров өлкәһе).
75 килограмм:
Елена ГАПЕШИНА (Севастополь - Чукотский) - Анжелика АРУТЮНЯН (Ставрополь крайы).
81 килограмм:
Салтанат МЕДЕНОВА (Омск өлкәһе – Красноярск крайы) - Анастасия ДЕМУРЧЯН (Краснодар крайы).
81+ килограмм:
Ксения ОЛИФИРЕНКО (Краснодар крайы) - Мария КУЧМАНОВА (Мордовия).
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!