Был юлы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы бөтөнләй икенсе төҫ алғайны. Бында икенсе тапҡыр иң яҡшы спорт идара итеүселәре араһында “Еңеү Никаһы-2025” республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Республикабыҙҙа йәнә бер тапҡыр юғары һөнәри һөҙөмтәләргә өлгәшкән, шулай уҡ үҙенең шәхсән йәшәү миҫалы, әүҙем тормошо менән спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырған лидерҙарҙы баһаланылар.
“Уҡыу йортоноң иң яҡшы спорт етәксеһе” номинацияһында Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин еңеүсе ине. Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов “Һаулыҡ һаҡлау тармағында иң яҡшы спорт етәксеһе” номинацияһында икенсе иурынға лайыҡ булды.
– “Еңеү Никаһы” республика наградаһына лайыҡ булыу көтөлмәгән хәл булды. “Муниципалитеттың иң яҡшы спорт етәксеһе” номинацияһында лауреат булдым, – тине Саҡмағош районы хакимиәт башлығы Реканс Йәмәлиев. – Спортты яратам, бигерәк тә хоккей, волейбол, еңел атлетика, велосипед спорты оҡшай. Минең өсөн ул – энергия, сәләмәтлек, көс сығанағы.
“Еңеү Никаһы” республика наградаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Спорт буйынса эксперттар советы башланғысы буйынса барлыҡҡа килгән. Туғыҙ төп номинациялағы еңеүселәр 2 ноябрҙән 5 декабргә тиклем барған онлайн-тауыш биреү юлы менән асыҡланған. Тауыш биреүҙә ете мең тирәһе кеше ҡатнашҡан.
Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың эксперттар комиссияһы тарафынан махсус номинациялар лауреаттары асыҡланған. Улар түбәндәгеләр:
“Еңеүгә ихтыяр көсө өсөн” – параспортсы Рөстәм Нәбиев. 2015 йылда Омскиҙа казарма емерелгән ваҡытта ике аяғын да юғалтҡан. Һигеҙ тауға ҡулдарында күтәрелгән. Бодибилдингта һәм следж-хоккейҙа карьераһын башлаған. Үҙенең миҫалы менән донъяла миллионлаған кешене илһамландырған.
“Спорт меценаты” – эшҡыуар Венер Ғимазетдинов. Өфөләге “Астра-үҙәк”кә нигеҙ һалыусы. Унда өс меңдән ашыу балаға һәм үҫмергә 14 спорт төрө буйынса шарттар булдырылған. Төҙөлөшкә 1,5 миллиард һумдан күберәк йәлеп ителгән.
“Спортҡа тоғролоҡ өсөн” – Башҡортостан Физкультура институтына нигеҙ һалыусы СССР чемпионы, ауыр атлетика буйынса спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, профессор Горулев Павел Сергеевич.
Автор фотолары.
Реканс ЙӘМӘЛИЕВ, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы:
– “Еңеү Никаһы-2025” республика конкурсында ошондай уңышҡа өлгәшеүем – минең генә түгел, хеҙмәттәштәремдең дә ҡаҙанышы. Беҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, йыл һайын 20 хоккей майҙансығы ҡуйыла. Быйыл, ҡар яңы ғына яуа башлаһа ла, әле уларҙың 50 проценты файҙаланыла. Әйткәндәй, 2016 йылдан Саҡмағоштың хоккей командаһы ла уңышлы сығыш яһай.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!