27 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоретта көрәш менән шөғөлләнеү өсөн модулле спорт комплексы төҙөләсәк урында булды һәм был объект проекты менән танышты.
Ҡоролманың майҙаны 1,1 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Уның 605 квадрат метры спорт залы буласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовтың билдәләүенсә, объекттың дөйөм хаҡы - 110 миллион һум.
- Күптән беҙ белореттарға ошондай объект вәғәҙә иткәйнек. Тәүҙә урындағы стадионды үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләндек, хәҙер был комплексты төҙөйбөҙ. Бик яҡшы спорт кластеры барлыҡҡа киләсәк, - тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.