Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Ғинуар , 19:10

"Яңы йыл ғаилә уйындары" - сәләмәтлек сығанағы

Мәктәптәге фестиваль беҙҙең ғаиләләрҙе берләштергән, сәләмәт йәшәү рәүешенә булышлыҡ иткән сара ул. 

"Яңы йыл ғаилә уйындары" - сәләмәтлек сығанағы
"Яңы йыл ғаилә уйындары" - сәләмәтлек сығанағы

Баҡалы районының Мостафа урта дөйөм белем биреү мәктәбендә "Яңы йыл ғаилә уйындары-2026" республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Был уйындарҙың маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балаларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы даими спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. 

Күңелле спорты сараһы ғаиләләрҙе берләштерә, һаулыҡ бирә, теләһә ниндәй һауа шарттарында дәрт һәм ыңғай көс бирә. Сәләмәт ғаиләлә генә сәләмәт балалар тыуа һәм тәрбиәләнә! 

"Яңы йыл ғаилә уйындары"нда йылы дуҫтарса мөхиттә башланғыс класс уҡыусыларының ғаиләләре көс һәм оҫталыҡта ярышты, берҙәмлек һәм профессионаллек күрһәтте. Ярыштарҙа Насировтар ғаиләһе (3-сө класс), Хәмитовтар ғаиләһе (2-се класс), Шәмсетдиновтар ғаиләһе (3-сө класс), Хоҙайбирҙиндар ғаиләһе (1-се класс) ҙур дәрт менән ҡатнашты. Сараны физик культура уҡытыусыһы З.Ямалиева үткәрҙе. Мауыҡтырғыс уйындан һуң һәр ғаилә номинациялар буйынса маҡтау ҡағыҙҙары һәм тәмлекәстәр менән бүләкләнде. 

Мәктәптәге фестиваль беҙҙең ғаиләләрҙе берләштергән, сәләмәт йәшәү рәүешенә булышлыҡ иткән сара "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә уҙғарылды. Был сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандарға, судьяларға, көйәрмәндәргә рәхмәт белдерәбеҙ.

Күңелле саранан һәр беребеҙ яҡшы кәйеф, күңел көрлөгө менән таралыштыҡ.

Эльмира Насирова,

Мостафа урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор фотолары. 

Автор:
Читайте нас