Башҡорттарҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше, уҡ атыу һәм башҡа милли спорт төрҙәре ысын ир-егеттәр өсөн лайыҡлы шөғөл һаналған, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙен мәргәнлектә һынаған. 2020 йылда традицион спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында башҡорт халыҡ ярыштарының мөһим, киң таралған төрҙәренең исемлеге булдырылды һәм уға “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе тигән исем бирелде.
Атлеттарҙың хәүефһеҙлеге, еңеүселәрҙе билдәләүҙең берҙәм ҡағиҙәләре, снарядтарҙың бер төрлөлөгө һәм улар менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең күплеге – ошо шарттар күпбәйгегә киң популярлыҡ яуларға булышлыҡ итте. Ярыштарҙың бер нисә төрө “Бәйге”нең нигеҙен билдәләй: суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, “тарт-эт”, тартыш, арҡан тартыу, уҡ атыу, бүрәнә ауҙарыу һәм башҡалар. Бөгөн Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылында, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, Ҡышҡы ғаилә уйындары барышында үткәрелгән “Бәйге” һәм “Башҡорт күпбәйгеһе” ярыштарында Ғафури районы ауылдарынан ғына түгел, күрше райондарҙан да ҡатнашыусылар булды. Сараның маҡсаты сәләмәт тормошто пропагандалау, популярлаштырыу һәм үҫтереү, оҫталыҡты арттырыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе спорттың милли төрөнә йәлеп итеү ине.
Әйткәндәй, Ғафури районының Ташбүкән ауыл биләмәһенә Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән һәм Ҡурғашлы ауылдары ҡарай. Ауыл биләмәһенә Илдар Моғаттар улы Ҡотов етәкселек итә.
– Үткән йылдар ауыл биләмәһе өсөн бик һөйөнөслө булды, беҙгә газ үткәрелде, – тип хәбәр итте Илдар Моғаттар улы.
Түбәнге Ташбүкән ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеү яуланы һәм республика кимәленә сыҡты. Шуныһы үҙенсәлекле: Түбәнге Ташбүкән ауылы хакимиәтенә ҡараған Ҡурғашлы мәктәбендә хаҡлы ялдағы осоусы Салауат Мөхәмәтйәнов тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылды. Ул Ғафури районы ДОСААФ-ының бүлексәһе булып тора. Бының өсөн өс бүлмә файҙаланыуға тапшырылған. Йәш быуын вәкилдәренә илһөйәрлекте тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Аэроклуб ике мотодельтаплан, ике урынлы самолет менән тулыланған. Үрке Ташбүкән ауылы эргәһендә осоу һыҙаты барлыҡҡа килгән, ангар төҙөлгән, осоуҙарҙы ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеү планлаштырылған.
Түбәнге Ташбүкән ауылы һуңғы йылдарҙа социаль әһәмиәтле төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүгә өлгәшә. 2024 йыл аҙағында ғына Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған “Роза һәм Ко” фондының сираттағы проекты (етәксеһе Роза Кәримова) нигеҙендә элекке мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнеп, өр-яңы төҫ алған мәҙәниәт усағы асылғайны.
Урмандар төбәгендә төйәкләнгән был ауылдар оҫталары менән дан яулаған. Элек-электән умартасылар, балта оҫталары, ҡул оҫталары булған был биләмәлә татыу ғаиләләр, уңған кешеләр йәшәй.
Спорт - үҙенә күрә сәнғәт, юғары мәҙәниәт
Ҡунаҡтарҙы түбәнге ташбүкәндәр сағыу милли кейемдә, йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланылар. Сарала ҡатнашыусыларҙы Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ғафури районының башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Артур Дәүләтбәков һәм башҡалар сәләмләне. Мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһағандан һуң, Ҡышҡы уйындарға старт бирелде, унда республикабыҙ райондарынан да вәкилдәр булды. Артабан сарала ҡатнашыусылар бәйгеләр үтәсәк майҙанға йүнәлде. Унда командаларҙы көс-ғәйрәт кенә түгел, етеҙлек, ныҡышмалылыҡ, сәмселлек талап иткән етди һынауҙар, әүәл-әүәлдән төрлө ырыу батырҙары араһында үткән бәйгеләрҙә булған ярыштар көтә ине.
Спорт – ул үҙенә күрә сәнғәт, юғары мәҙәниәт. Уның өсөн талант та, тырышлыҡ та, яратыу ҙа, күңел һалыу ҙа кәрәк. Тағы спорт командала эшләргә, бер-береңде күтәрергә, ҡеүәтләргә, йыуатырға өйрәтә. Ошоларҙың барыһы ла тағы бер тапҡыр Ғафури районыныда раҫланды.