Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Февраль , 21:15

Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!

Был көндө һауа торошо ла спорт һөйөүселәрҙең ярыштарҙа кинәнеп ҡатнашыуы, тәбиғәт ҡосағында матур ял итеүе, аралашыуы өсөн уңай, ҡояшлы булды. Ап-аҡ ҡар, еңелсә иҫкән ел, шыма трасса, ярышта ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән йылы сәй, ялан кухняһы һәм башҡалар – быларҙың барыһы ла медицина хеҙмәткәрҙәренең күңел сөңгөлдәрендә оҙаҡҡа һаҡланыр, моғайын. 

Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!
Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!

Спорт ярыштарының барыһын да берләштерә, дуҫлаштыра, сәләмәт тормош алып барыуға һәм алға маҡсаттар ҡуйып йәшәүгә өндәй торған үҙенсәлеге бар. Өҫтәүенә, беҙҙә төрлө тармаҡ вәкилдәренең спорт ярыштарын даими үткәреүе матур йолаға әүерелде. Күптән түгел медицина хеҙмәткәрҙәре Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип Филипп Кургаев иҫтәлегенә 51-се республика саңғы ярыштарын үткәрҙе.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ойошторған сарала республиканың төрлө медицина ойошмаларынан 64 команда һәм 346 спорт һөйөүсе ҡатнашты. Улар араһында баш табиптар, профсоюз ойошмалары рәйестәре, табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа аҡ халатлылар бар ине. Әйткәндәй, был ярыштар йыл һайын үткәрелә һәм былтыр маҡтаулы ҡунаҡтар араһында Минск өлкәһе һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы делегацияһы вәкилдәре лә булды. Был ойошма менән Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы араһында күп йылдар эсендә яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән. Белоруссия медицина хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан геройы тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай һәм Филипп Кургаев ерләнгән мемориалды шефлыҡҡа алған.

Быйыл үткәрелгән саңғы ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар – өс, ир-егеттәр биш километр арауыҡҡа көс һынашты. Бынан тыш, ғаиләләр һәм 60 йәштән олораҡ ветерандар ҡатнашлығында старттар ойошторолдо. Был ярыштарҙа Борай үҙәк район дауаханаһынан вәкил булған Марат Шафиҡов  биш километр арауыҡты 6 минут 44 секундта үтте һәм иң яҡшы күрһәткескә өлгәште. Шуныһы үҙенсәлекле: күптән түгел генә ул студенттар араһында үткәрелгән ошондай бәйгеләрҙә үҙ көсөн һынай ине, хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ышаныслы сығыш яһай. Командалар араһында Баҡалы үҙәк район дауаханаһы еңеү яуланы. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы – икенсе, “Красноусол” шифаханаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Был көндө һауа торошо ла спорт һөйөүселәрҙең ярыштарҙа кинәнеп ҡатнашыуы, тәбиғәт ҡосағында матур ял итеүе, аралашыуы өсөн уңай, ҡояшлы булды. Ап-аҡ ҡар, еңелсә иҫкән ел, шыма трасса, ярышта ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән йылы сәй, ялан кухняһы һәм башҡалар – быларҙың барыһы ла медицина хеҙмәткәрҙәренең күңел сөңгөлдәрендә оҙаҡҡа һаҡланыр, моғайын.

Фотолар: Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.

ФЕКЕРҘӘР:

Рауил ХАЛФИН, Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе:

 –  Башҡортостан – илебеҙҙәге медицина хеҙмәткәрҙәренең саңғы ярыштарын үткәреү буйынса бай тарихы булған төбәктәрҙең береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо сараны башлап ебәреүселәр әле лә стартҡа сыға. Мәҫәлән, уларҙың береһе Юрий Владимирович Яркиндың ярышта ҡатнашыуы – ҡыуаныслы күренеш. 70 йәше күптән тулып уҙһа ла, ул финишҡа өсөнсө булып килде.

Валентин ПАВЛОВ, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры:

 – Филипп Кургаев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец тылында госпиталь эшен тәьмин иткән һәм иптәштәрен ҡотҡарам тип үҙен аямаған.  Табиптың ҡаһарманлығы – уның үткәндәре генә түгел ул. Ғүмәр  Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы торакаль хирургы Михаил Каменев та махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡурсыйым тип һәләк булған. Уның яҡты иҫтәлегенә Һуғыш ветерандары госпиталенә Михаил Каменев исемен бирергә уйлайҙар. 

Һөнәргә тоғролоҡ һәм кешеләргә хеҙмәт итеү – быуындан-быуынға күсеп килгән йолалар ул. Медицина хеҙмәткәрҙәре берҙәмлеге үҙҙәренең геройҙары тураһындағы яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай.

Ғабдрахман менән Гөлнәзирә ТАЙСИНДАР, Өфө районының Шамонин ауылы урта мәктәбе уҡыусылары:

 – Атайыбыҙ үҙе эшләгән стоматология поликлиникаһында спорт буйынса  яуаплы булараҡ, командаһы менән был саңғы ярыштарында йыл да ҡатнаша. Уға ярҙам итергә, ҡеүәтләргә, саңғыла йөрөргә йыл да барабыҙ. Ғаиләләр араһында үткәрелгән ярыштарҙа быйыл иһә беренсе тапҡыр күмәкләп саңғыла йүгерҙек.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!
Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!
Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!
Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!
Аҡ халатлылар баҫты саңғыға!
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас