6 февралдә Салауат районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Малаяҙ ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышы менән танышты.
Яңы спорт объектын республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөйҙәр. Комплекстың дөйөм хаҡы – 615,2 миллион һум.
Район башлығы Марс Кашапов аңлатыуынса, бинаның дөйөм майҙаны – 4,1 мең квадрат метр. Унда спорт залы, бассейн, көрәш залы, кейенеү бүлмәләре, административ кабинеттар урынлашасаҡ. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы халыҡты күмәк спорт төрҙәре менән тәьмин итеүҙе арттырырға, уйын дисциплиналарын һәм көрәш төрҙәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Радий Хәбиров спорт комплексында тәү сиратта балалар шөғөлләнергә – һаулығын нығытырға, йөҙөргә өйрәнергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Малаяҙ – ҙур ауыл, һәм бындай заманса физкультура-һауыҡтырык комплексы халыҡҡа бик кәрәк. Бында барыһы ла ҡараласаҡ – ҙур зал да, бассейн да. Ә эргәлә стадион төҙөйәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы журналистар менән әңгәмәлә. – Эштәр тиҙлекле бара – стеналар күтәрелде, быйыл төҙөүселәр эскә инәсәк, биҙәү эштәрен башлаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.