Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Февраль , 18:25

Салауат районына туристар ағымы арта

Быйыл Салауат районы биләмәһендә “Ирекле тын алыу” глэмпинг-паркын асыу планлаштырыла.

Салауат районына туристар ағымы арта
Салауат районына туристар ағымы арта

6 февралдә Салауат районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ирекле тын алыу” глэмпинг-паркының төҙөлөш майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе яңы туристик объект булдырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Азатлыҡ асыҡ курорт” компанияһының глэмпинг-парк төҙөү буйынса башланғысын 2023 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә хупланылар. Республика “Янғантау” геопаркы янындағы ер участкаһын ҡуртымға биреп ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ инвестор инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙы компенсациялай ала.

Компания етәксеһе Дмитрий Масков туробъект биләмәһендә 10 торлаҡ модуле, панорама рестораны, персонал өсөн ятаҡтар төҙөлөүе хаҡында һөйләне. Артабан бында ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү мөмкинлектәрен арттырыу, шулай уҡ кинотеатр, офис корпустары һәм мунса комплексы төҙөү планлаштырыла.

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға 292 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән дә инде. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен тоташтырыуға әҙерлек алып бара. Шуны билдәләп үтәйек, был илдә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған беренсе ошондай объект.

– Салауат районы – ул тәү сиратта үҙенсәлекле тәбиғәт, матур урындар. Һәм бында туристар ағымы йылдан-йыл арта. Шуға күрә беҙҙең бурыс – бында ял итеү өсөн инфраструктураны үҫтереү, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Комплексты быйыл сафҡа индереү планлаштырыла. Ул Башҡортостан халҡында һәм башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙа талап ителер, тип ышанам.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас