Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Февраль , 15:05

Уңыштары менән ҡыуандырҙылар

Фехтование үҙәге матур һөҙөмтәләрен күрһәтә башланы. 

Уңыштары менән ҡыуандырҙылар
Уңыштары менән ҡыуандырҙылар

Башҡортостан спортсылары үҙҙәренең юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандырыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә Ростислав Хәмдәмов менән Әмир Фәхретдинов Туниста фехтование буйынса донъя Кубогы еңеүселәре булды, шулай уҡ шәхси зачетта алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә еңеүсе егеттәрҙе, шулай уҡ уларҙың тренерҙарын бүләкләне.

– Мин быны ҙур еңеү тип иҫәпләйем! Беҙҙә еңеүҙәр булыр тип көткәйнек. Фехтование үҙәге методик үҙәк сифатында сығыш яһай, бында ҙур турнирҙар ҙа үткәрелә. Ә ҙур ярыштарһыҙ ҙур спорт та юҡ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Өфөнөң олимпия резервындағы спорт мәктәбенең фехтование буйынса тренер-уҡытыусыһы Тимур Арыҫлановты һәм халыҡ-ара категориялы судья Раил Нәғимовты республиканың Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн Әмир Фәхретдинов менән Ростислав Хәмдәмов республика Башлығының Рәхмәт хаттарын алды.

– Хөрмәтле Радий Фәрит улы, награда өсөн, республикабыҙҙа фехтование үҫешенә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ беҙгә бирелгән бүләк — Фехтование үҙәге өсөн рәхмәт. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә фехтование буйынса Рәсәй чемпионатын, уҡыусыларҙың йәйге Спартакиадаһын үткәрҙек. Хатта әле лә унда ил беренселеге ярыштары бара. Беҙҙең балалар Рио-де-Жанейрола үтәсәк донъя беренселегенә үтте. Яңы еңеүҙәргә ышанабыҙ, – тине Раил Нәғимов.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас