14 февралдә беҙҙә Лиганың алдынғы көрәшселәре ҡатнашлығында “PRIME Fighting League” турниры үтә.
Ярыштар Көрәш һарайында үткәрелә. Турнирҙа донъяның алты иленән 22 спортсы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан ете көрәшсе ҡатнаша.
Башҡортостандан “PRIME” чемпионы, ҡул һуғышы буйынса рекордсмендарҙың береһе — "Хантер" ҡушаматлы Илнар Ишембаев Суламбек Шахгириевҡа ҡаршы биш раундлы реванш үткәрә. Алыш биш раундҡа планлаштырылған һәм көйәрмәндәрҙең ҙур иғтибарын йәлеп иткән принципиаль ҡаршы тороуҙың дауамы буласаҡ.
Фото: БР Спорт министрлығы.
16+
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!