Ҡышҡы һабантуй үткәреү матур йолаға әүерелде. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, ошо матур сара – район-ара ярыштар һәм халыҡтар мәҙәниәте байрамы гөрләп үтте. Әйткәндәй, был республика бәйгеһенең район этабында Һарт-Шишмә ауылы еңеүсе тип танылғайны.
Күршеләр ҙә ситтә ҡалманы
Ағиҙел буйында хасил булған ысын ҡаласыҡҡа байрамда ҡатнашыу өсөн 10, шул иҫәптән Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Шишмә, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан командалар килде.
– Был байрам – бөгөн беҙҙе, күп милләтле халыҡты, тотош ҙур ғаиләгә берләштергән матур йолаларыбыҙға хөрмәт ул. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы үткәрелгән сараны ойоштороусыларҙың, сәләмәт, айыҡ тормош алып барыуҙы популярлаштырыуға ҙур өлөш индереүселәрҙең барыһына ла рәхмәт! Бөгөн барлыҡ уйҙарыбыҙ, көсөбөҙ геройҙарыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә туҡтауһыҙ гуманитар ярҙам туплаған ирекмәндәр айырым иғтибарға лайыҡ. Илебеҙҙәге тап ошо берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ Бөйөк Еңеү яулауға көс-ҡеүәт бирә, – тине сығышында Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен сараға йыйылыусыларға еткерҙе.
– Ошо ғәзиз ергә килгән һайын күңел айырыуса тулҡынландырғыс хис-тойғоларға тула, сөнки ул – ата-бабаларым ере, үҙ тамырҙарымды эҙләп тапҡан, халҡым тарихын, урындағы кешеләр яҙмышын өйрәнгән урын. Шуға күрә ауыл һәм ундағы кешеләр үтә яҡын. Тыуған яҡ менән бәйләнеш барыбыҙ өсөн дә мөһим. Был бигерәк тә хәҙер, Ҙур һәм татыу ғаилә, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында, ҙур мәғәнәгә эйә, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы. – Ғаилә – ул йәмғиәтебеҙҙең төп өлөшө. Тотош илебеҙҙең берҙәмлеге тураһында һүҙ йөрөткәндә беҙҙе нимә берләштереүе тураһында белеү мөһим. Өлкән йәштәгеләргә хөрмәт, ныҡлы ғаилә бәйләнештәре, атай йортона һөйөү һәм илһөйәрлек. Ошо ябай һәм мәңгелек ҡиммәттәр беҙҙе ҙур һәм татыу ғаиләгә берләштерә.
Сарала шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының почетлы граждандары Йәмил Әбделмәнов, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Х. Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Рәнис Алтынбаев һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡышҡы һабантуйҙы асыу һәм уның утын ҡабыҙыу хоҡуғы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа, хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операция ветераны Әлмир Үлмәҫҡоловҡа бирелде.
Һәр бәйгенең еңеүсеһе була
Көн һыуыҡ торһа ла, етеҙлек талап иткән спорт уйындары ҡунаҡтарға һәм сарала ҡатнашыусыларға өшөргә ирек бирмәне. Улар гир күтәрҙе, уҡ атты, саңғы шыуҙы һәм хатта ҡар ташланы, таҡмаҡ әйтеште, үҙ-ара аралашып өлгөрҙө.
Һәр һабантуйҙағы кеүек был сарала ла еңеүселәр асыҡланды. Улар хаҡында Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева һәм ярыштарҙың баш судьяһы Руслан Хәйретдинов иғлан итте. "Таҡмаҡбатл"дың "Актер оҫталығы" номинацияһында Иҫке Муса, Ефремкин ауыл хакимиәттәре, Шишмә районы командалары еңеүсе булды. Архангел районы, Подлуб, Николаевка ауылдары хакимиәттәре, Иглин районы командалары "Үҙенсәлекле башҡарыу" номинацияһында иң шәбе тип табылды. Ҡырмыҫҡалы, Яңы Ҡыйышҡы ауылдары хакимиәттәре, Ауырғазы һәм Ғафури райондары командалары "Иң әсе телле" номинацияһында беренселекте яуланы.
Командалар араһында ярыштарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы хакимиәтенә – бронза миҙал, Ғафури районы командаһына көмөш миҙал тапшырылды. Архангел районы командаһы иһә еңеүсе тип танылды.
Игорь Абросимов етәкселегендәге Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы башланғысы менән үткәрелгән автомобилдәрҙә уҙыш байрамдың айырым бер йәменә әүерелде. 40-тан ашыу машина район юлдары буйлап үтте. Ошо уҡ көндө Шайморатов ауылындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалынды.
Шуныһы үҙенсәлекле: был һабантуй йәнә бер тапҡыр татыулыҡ менән берҙәмлектең мөһимлеген, элек-электән мираҫ булып күсеп килгән йолаларыбыҙҙың быуындар сылбырын тоташтырып тороуын йәнә бер тапҡыр дәлилләне.
Фотолар: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!