Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Февраль , 09:15

Өфө көрәш майҙанына әйләнә

Ҡул һуғышы буйынса рекордсмендарҙың береһе — "Хантер"  ҡушаматлы Илнар Ишембаев.

Өфө көрәш майҙанына әйләнә
Өфө көрәш майҙанына әйләнә

14 февралдә беҙҙә Лиганың алдынғы көрәшселәре ҡатнашлығында PRIME Fighting League турниры үтә.

Ярыштар спорт һарайында уҙа. Турнирҙа донъяның алты иленән 22 спортсы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан ете көрәшсе ҡатнаша. 

Башҡортостандан PRIME чемпионы, уҙғарылған ҡул һуғышы буйынса рекордсмендарҙың береһе — "Хантер"  ҡушаматлы Илнар Ишембаев Сөләмбәк Шахгириевҡа ҡаршы биш раундлы реванш үткәрә. Көрәш биш раундҡа планлаштырылған һәм көйәрмәндәрҙең ҙур иғтибарын йәлеп иткән принципиаль ҡаршы тороуҙың дауамы буласаҡ.

Фото: республиканың Спорт министрлығы.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас