“Һин уйында” спорт проектына ярашлы, Бөтә Рәсәй конкурсының алтынсы миҙгелендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Ул йыл һайын Спорт министрлығы булышлығында “Рәсәй спорты” программаһына ярашлы ойошторола.
Номинацияларҙа еңеүселәр 500-әр мең һум аҡса аласаҡ. Ә гран-приҙы яулаусыға 1 миллион һум тапшырыласаҡ. Финанс ярҙамдан тыш, ҡатнашыусылар мәғариф акселераторынан, тармаҡ белгестәре ярҙамынан һәм башҡаларҙан файҙалана ала.
VI миҙгелдә төп биш номинация – “Старт нөктәһе”, “Масштаб”, “Спортта балалар”, “Спортта трансформалаштырыу”, “Сикһеҙ мөмкинлектәр”, шулай уҡ конкурс партнерҙарынан өс конкурс – “Корпоратив спорт”, “Спорт туризмы”, “Медиа” - ҡаралған.
Ғаризалар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Быйыл йәй Мәскәүҙә сарала еңеп сығыусыларҙы ҡотлаясаҡтар.
- Маҡсат – 2030 йылға Рәсәй граждандарының 70 проценттан кәм булмағаны физик культура һәм спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Уны тормошҡа ашырыуға “Һин уйында” конкурсы ла булышлыҡ итә. Миҙгел һайын ул масштаблыраҡ була бара: ҡатнашыусылар һаны арта, спорттың яңы йүнәлеше булған проекттар барлыҡҡа килә. Биш миҙгел осоронда тотош илдән конкурсҡа 21 меңдән ашыу ғариза килде. Шуныһы мөһим: улар араһында адаптив һәм фиджитал спортты үҫтергән проекттар бар, - тип белдерҙе конкурсты башлағанда Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Һәр миҙгелдә проектта ҡатнашыусылар эштәрен иң яҡшы белгестәр баһалай. Конкурста Рәсәйҙең 18 йәше тулған һәр гражданы ҡатнаша ала. Шулай уҡ спорт проектын тормошҡа ашырған шәхси эшҡыуарҙар, юридик шәхестәр ҙә мөрәжәғәт итә. Конкурста ҡатнашыу өсөн тывигре.рф. тип исемләнгән рәсми сайтта бирелгән форманы тултырырға кәрәк. Ошонда уҡ сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр бар.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!