Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Март , 21:45

Беҙҙекеләр – иң шәбе!

Вуз-резидент командаһы илдең киберспорт буйынса барлыҡ лидерҙарын еңде.

Беҙҙекеләр – иң шәбе!
Беҙҙекеләр – иң шәбе!

Өфөләге вуз-ара кампуста урынлашҡан университеттың йыйылма командаһы илдә үткәрелгән киберспорт ярыштарында көслө тип танылған командаларҙы еңде.

“Counter-Strike 2” буйынса компьютер спорты милли студенттар лигаһының беренсе суперкубогына ярыштар Өфө фән һәм технологиялар университеты киберспортсыларының еңеүе менән тамамланды. Ике көн дауамында Рәсәйҙең Компьютер спорты федерацияһының студенттар ярыштарында еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар  финал ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы һәм 1000 000 һумлыҡ приздар фонды өсөн көрәште. Турнир Красноярскиҙа Бөтә Рәсәй “УниверЛига” фестивале барышында үткәрелде.

Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафынан Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы компьютер спорты йыйылма командаһының төп составына индерелгән. Ә университет тренеры Роман Кәшифуллин илдең төп команда составының әйҙәүсе тренеры итеп тәғәйенләнгән.

- Өфө университетының сираттағы еңеүе Өфө университетын Рәсәйҙәге иң киберспортлы тигән исем алыу хоҡуғын бирә, - тип белдерҙе республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса  дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28488/

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас