Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Март , 21:45

Ҡойма ямғыр ҙа, буранлы сатлама ҡыш та уны ҡурҡытмай

"Биш йыл элек паркта тағы йүгерә башланым, әммә, һаулығыма бәйле проблемалар килеп сығыу сәбәпле, яратҡан шөғөлдө тағы ситкә ҡуйып торорға тура килде. 2023 йылдың яҙында бер-бер артлы әмәлиәттәр үткәргәндән һуң, спортты тормошома “кире ҡайтара башланым”. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Ҡойма ямғыр ҙа, буранлы сатлама ҡыш та уны ҡурҡытмай
Ҡойма ямғыр ҙа, буранлы сатлама ҡыш та уны ҡурҡытмай

Стәрлетамаҡ районының “Сельские нивы” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләгән Алмагөл Сары – ғаиләһендә уңған ҡатын, бына тигән ике ҡыҙға шәп әсәй, эшендә тырыш хеҙмәткәр. Уның, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлап, журналист булып эшләүенә – 17 йыл. Ул ғаилә, эш мәшәҡәттәре менән бер рәттән, әүҙем тормош алып бара.

– Бала саҡтан йүгерергә яратам. Физкультура уҡытыусым әйткәнсә,  “дыхалка” шәп булғас, мәктәптә уҡығанда уҡ был спорт төрө буйынса оҙон арауыҡҡа ярыштарҙа үҙемде һынай инем, студент йылдарында ла ошо шөғөлөмдө ташламаным. 2023 йылдан спорт менән, анығыраҡ әйткәндә, еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнәм, – тип һөйләне Алмагөл. – Артабан “өлкән” тормош башланды: эш, ғаилә, балалар һәм көндәлек мәшәҡәттәр... Спорт бер аҙға онотолдо. Биш йыл элек паркта тағы йүгерә башланым, әммә, һаулығыма бәйле проблемалар килеп сығыу сәбәпле, яратҡан шөғөлдө тағы ситкә ҡуйып торорға тура килде. 2023 йылдың яҙында бер-бер артлы әмәлиәттәр үткәргәндән һуң, спортты тормошома “кире ҡайтара башланым”. 

Алмагөл башта ҡыҫҡа арауыҡҡа йүгерә, хатта башта  уға 1,3 километрҙы үтеүе ауыр була. Әммә шул уҡ 2023 йылдың көҙөндә еңел атлетика сараһында үҙен һынап ҡарай һәм биш километр арауыҡҡа йүгерә, киләһе йылда 10 километрҙы “еңеп сыға”.  2025 йылда иһә Алмагөл үҙенең тәүге ярым марафонын – 21,1 километр арауыҡты – “ауыҙлыҡлай”.

Һәр яңы башланғыстың ыңғай яҡтары булыусан. Йүгерә башлау менән Алмагөл үҙенә яңы дуҫтар тапҡан. Шулай итеп, былтырҙан ул –  Стәрлетамаҡтағы “Б” йүгереү клубы ағзаһы ла.

 – Был – ысын спорт мөхите. Бында яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә, уңыштарыңа, хатта кескенәләренә лә ҡыуана беләләр. Бергәләп төрлө арауыҡтарҙы үтәбеҙ, лайфхактарҙы уртаҡлашабыҙ һәм бер-беребеҙҙең уңыштарын күреп йәшәүгә дәрт-илһам алабыҙ, – ти Алмагөл. – Йүгерә башлағандан алып тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе: тән ауырлығынан ҡотолдом, сирләүҙән туҡтаным. Иң мөһиме – күңелемдәге уй-кисерештәр, фекерҙәр ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Хәҙер үҙемде һәр йәһәттән яҡшы тоям. 

Сығышы менән Көйөргәҙе районынан булған Алмагөл хәҙер йүгереүҙе үҙеңде ныҡлыҡҡа һынау, мөмкинлектәребеҙҙең сиге юҡлығын раҫлау, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, был спорт төрө – сәләмәтлек, көслө ихтыяр, хатта таҙа тән-бит сығанағы, шул уҡ ваҡытта уйланыуҙар ваҡыты, көсөргәнештән, төрлө алама уйҙарҙан, ҡурҡыуҙан, хатта үпкәләүҙән, асыуланыуҙан ҡотолоу, алама мәғлүмәттәрҙән таҙарыныу юлы ул.

Шуныһы һөйөнөслө: Алмагөлдөң ғаиләһе – ире, балалары һәм ата-әсәһе – барыһы ла уның был шөғөлөн хуплай, ҡеүәтләй һәм ярыштарға бара. “Әсәй, һин барыһын да булдыраһың!”, “Әсәй, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!” тип яҙылған плакаттар һәм хатта үҙҙәренең дә ҙур арауыҡҡа булмаған йүгереү буйынса ярыштарҙа көс һынауы ҙур спорт байрамы мөхитенә тулыһынса сорналыуға булышлыҡ итә. Бәхет өсөн ошонан да ҙурыраҡ тағы нимә бар? Өҫтәүенә ҡатындың туған “Сельские нивы” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә спорт ярыштарына ҡушыла. Еңел атлетика буйынса сараларҙа үҙ көсөңдө һынау барыһына ла яҡшы кәйеф, йәшәүгә дәрт-көс өҫтәй шул.

Фотолар: Алмагөл Сары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас