Ҡатын-ҡыҙ – ул ғәжәйеп бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт, яҡындары тураһында хәстәрлек, яуаплылыҡ, йомшаҡлыҡ – барыһы ла һыйған. Ғөмүмән, ул нескә, яҡлауға мохтаж булыуға ҡарамаҫтан, төрлө ел-һынауҙарға бөгөлмәгән имән кеүек ныҡ, түҙемле һәм көслө ихтыярлы ла. Беҙҙең гүзәл зат вәкилдәре ниндәй генә өлкәлә эшләмәй ҙә, ниндәй генә ҡаҙаныштарға өлгәшмәй, шул иҫәптән спортты ла үҙ итә.
Ирина Хәйруллина: “Бала саҡтан медицина тармағында эшләйәсәгемде аныҡ белә инем, сөнки һәр саҡ ярҙамға мохтаждар эргәһендә булырға тырыштым”, – тип һөйләне. Ул 1986 йылда Ҡаҙағстандың Экибастуз ҡалаһында тыуып үҫкән. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында уларҙың ғаиләһе барыһына ла билдәле сәбәптәр буйынса тыуған яғына Әлшәй районының Торонтайыш ауылына күсеп ҡайтҡан. 2005 йылда “Шәфҡәт туташы" белгеслеге буйынса Башҡортостан медицина колледжын тамамлаған.
Ирина Хәйруллина – бөгөн Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау һәм интенсив терапия бүлексәһенең юғары категориялы шәфҡәт туташы. Уның фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә бында юғары категориялы белгестәр тупланған.
2022 йылдың майында һәм 2023 йылдың ғинуарында Ирина Хәйруллинаны махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға ебәрәләр.
– Илһөйәрлек миңә, әсәйем менән атайыма өндәшмәйенсә, мөһим ҡарар ҡабул итергә этәргес булды. Тыуған илгә ысын хис-тойғолар уның беҙҙең эш-ғәмәлгә мохтаж сағында бигерәк сағыла, – ти Ирина Фәнүр ҡыҙы.
Тәүәккәл, сәмсел, маҡсатлы, тырыш шәфҡәт туташы эшенән буш ваҡытта спорттың экстремаль төрҙәре менән шөғөлләнергә ярата. Был – уның өсөн үҙенсәлекле шөғөл. Башҡортостан йылғалары буйлап һалда йөҙөү, парашюттан, "тарзанка"нан һикереү, тау саңғыһы – уларҙың барыһы ла илһамландыра, дәрт-ҡеүәт өҫтәй.
Ирина Хәйруллина фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығының Маҡтау грамотаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы Красный Ключ ҡалаһының Рәхмәт хаты, Лука Крымский һәм “Ҡаһарманлыҡ һәм профессионаллек өсөн” миҙалдары һәм күп кенә грамоталар менән бүләкләнгән. Ул – Рәсәйҙең хәрби хәрәкәттәр һәм хеҙмәт ветераны.
– Һәммәһенә лә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, рух ныҡлығы, белемле, маҡсатлы, сәмсел, яуаплы һәм сабыр булыуҙарын теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине ул.
Фотолар: Ирина Хәйруллинаның шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!