Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Март , 16:05

Спорт объекттарына – яһалма зиһен камералары

Был эште еңеләйтә һәм хәүефһеҙлекте арттыра. 

Спорт объекттарына – яһалма зиһен камералары
Спорт объекттарына – яһалма зиһен камералары

Башҡортостанда спорт тармағын һанлы үҙгәртеүҙең икенсе этабы башланды. Хәҙер "аҡыллы" технологиялар туранан-тура стадиондарға, спорт комплекстарына һәм спорт һарайҙарына килә. Модернизацияның төп элементы булып интеллектуаль камералар тора.

Кисә Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ошо турала ҙур һөйләшеү булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов спорт объекттарына яһалма зиһенле камералар ҡуйыу тураһында һөйләне һәм уларҙың нисек эшләгәнен күрһәтте.

– Беҙҙең киләһе аҙым – халыҡ шөғөлләнгән спорт объекттарында яһалма зиһен технологияларын индереү. Яңы ҡорамалдар яҙҙырыуҙы алып барыу ғына түгел, ә хәлде анализлау һәләтенә эйә. Камералар автоматик рәүештә килеүселәр һанын иҫәпләй, яңы килгән кешеләрҙе даими йөрөгәндәрҙән айыра белә, был залдарҙың реаль тулыуын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә система ата-әсәләргә баланың имен-аман күнекмәләргә килеүе тураһында белдереү ебәрә аласаҡ, — тине Руслан Хәбибов.

Айырыуса ҙур иғтибар хәүефһеҙлеккә бирелә: технологиялар штаттан тыш хәлдәргә тиҙ яуап биреүҙе тәьмин итә. Пилот объекттарында ике типтағы камералар ҡуйыла: интеллектуаль, улар кешеләрҙе таныу (ҡануниәтте ҡәтғи үтәү менән) һәм хәрәкәттәрҙе күҙәтеү менән шөғөлләнә, икенселәре - тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып барыусы һәм теләһә ниндәй ваҡиғаларҙы теркәүсе камералар. Бөтә мәғлүмәттәр республика Спорт министрлығының берҙәм һанлы платформаһына киләсәк. Был майҙансыҡтарҙа теләһә ҡайһы ваҡытта барған ваҡиғаларҙың тулы һәм объектив картинаһын бирә.

– Яһалма зиһен системаһы интерфейсында спорт объектына реаль ваҡыт режимында килгән кешеләр һанының реаль картинаһы күрһәтелә: инеүселәр һәм сығыусылар һаны, залда булғандарҙың теүәл һаны теркәлә. Элек бындай мәғлүмәттәр ҡул менән йыйыла һәм аныҡ түгел ине. Хәҙер иһә хәл шунда уҡ һәм объектив баһалана, — тип аңлатты вице-премьер.

Яңы индерелгән технологияның һөҙөмтәлелеген тәүге мәғлүмәттәр раҫлай. Мәҫәлән, аналитика бер аҙна эсендә Өфөләге Көрәш һарайына — биш меңдән ашыу, ә Фехтование үҙәгенә 1,2 мең самаһы кеше килеүен күрһәткән. Күнекмәләрҙең уртаса оҙайлығы 2-3 сәғәт тәшкил итә. Система шулай уҡ аудиторияның енес һәм йәш составын теүәл иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә.

– Элек бындай мәғлүмәтте йыйыу аҙналар буйына дауам итте, хәҙер мәғлүмәттәр автоматик рәүештә яңыртыла һәм шунда уҡ онлайн ҡулланыуға тапшырыла. Беҙҙең система килеүселәрҙе теүәл иҫәпкә алып ҡына ҡалмай, тренерҙар һәм судьялар өсөн мөһим мәлдәрҙе асыҡлап, күнекмәләр һәм ярыштар үткәреүҙе өҙлөкһөҙ контролдә тота, — тине Руслан Хәбибов.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар реаль ваҡыт режимында республиканың спорт объекттарындағы хәлде күрә алды. Мәҫәлән, бассейндар тулы кешеләр шөғөлләнә, ҡайҙалыр художество гимнастикаһы буйынса ярыш бара, ә биатлон үҙәгендә йәш спортсылар сәпкә тейҙереп атып күрһәтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас