Ҡайғылы хәбәр килде... Оҙайлы ауырыуҙан һуң биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Ионович Мишингин вафат булды. Ул ғүмер буйы Өфө ҡалаһында “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр тренеры булып эшләй.
“Валерий Ионович - тәжрибәле остаз һәм аҡыллы кәңәшсе, ул республикабыҙҙа биатлон үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Уның тураһында яҡты хәтер, остаз рухы, тәжрибәһе беҙҙең бөтә биатлон берләшмәһенең, яҡшы белгәндәрҙең йөрәгендә мәңгегә һаҡланасаҡ. Валерий Ионович тураһында яҡшы иҫтәлектәр онотолмаясаҡ. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, – тип белдерҙе хеҙмәттәштәре.
Валерий Ионович менән хушлашыу 26 мартта 10.00 сәғәттән 11.30 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 1-се йорт адресы буйынса БР Биатлон буйынса спорт мәктәбе комплексында (икенсе ҡат фойеһы) үтәсәк.
Фото: БР Биатлон буйынса спорт мәктәбенән.