

Бөгөн баш ҡалала “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 12-се тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталованың “Милләт йәшлеге" йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Наградаларҙы үҙҙәрен, алдарында торған бөтә кәртәләрҙе еңеп, ысын батырлыҡ күрһәткәндәр — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар алды.
Республиканың, илдең һәм сит илдәрҙең спорт ареналарында күп тапҡыр еңеү яулаған, шулай уҡ бөйөк спорт ҡаҙаныштарына тәүге аҙымдарын яһай башлаған геройҙарҙы Мәскәүҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне. Улар араһында күп тапҡыр донъя чемпионы, Халыҡ-ара гроссмейстер Сергей Карякин, профессиональ бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев, ирекле стиль көрәшсеһе, олимпия чемпионы Хаджимурад Магомедов, олимпия чемпионы, күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Татьяна Лебедева һәм башҡалар булды.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев сәләмләне. Ул Рима Баталова премияһы “спорт”, “батырлыҡ” һәм “тормош” һүҙҙәре синонимға әйләнгән кешеләрҙе берләштерә, тип билдәләне.
– Уларҙың юлы, еңеүҙәре — бөтәбеҙ өсөн өлгө. Паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында Башҡортостандан барлығы 93 спортсы ҡатнашты, 58 спортсы еңеүсе һәм призер булды, дөйөм алғанда 185 миҙал яуланы. Бөгөн республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 5800-ҙән ашыу спорт ҡоролмаһы асылған. Әммә иң мөһиме һандар түгел, ә кешеләр. Әле күптәр „Булат“ слэш-хоккей командаһын күҙәтә. Унда беҙҙең махсус хәрби операция ветерандары уйнай. Ҡасандыр Ватанды һаҡлаған егеттәр бөгөн боҙҙа республика намыҫын яҡлай. Һәм мин ышанам, тиҙҙән уларҙы бөтә Рәсәй чемпионаттары пьедесталында күрербеҙ. Бөгөнгө премия – ул спорт байрамы ғына түгел, берҙәмлек байрамы ла. 2026 йылды Рәсәй Президенты Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, ә республика Башлығы Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итте. Һәм был залда, көҙгөләге кеүек, бөтә күп милләтле республикабыҙ сағыла. Спортсылар, тренерҙар, ирекмәндәр, ветерандар, меценаттар — ысын еңеүҙең йөрәктә тыуыуын иҫбатлаусылар, —ине Искәндәр Әхмәтвәлиев.
Искәндәр Әхмәтвәлиев фекеренсә, “һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр” төшөнсәһе дөрөҫ түгел. Уны “инвалид” һүҙен йәшереү өсөн уйлап сығаралар.
"Беләһегеҙме, мөмкинлектәре сикләнгән кеше тип әйтеү дөрөҫ түгел. Был залда бындай кешеләр юҡ. Дөрөҫөрәге, бар. Мәҫәлән, мин. Ни өсөн мөмкинлектәрем сикләнгәнме? Минең, насар ғәҙәтем бар. Был йәш сағымда ахмаҡ булыуымды күрһәтә, ә хәҙер холҡом етерлек көслө түгел, һәм мин үҙемде сикләйем. Ә йәштәр, урта һәм өлкән йәштәгеләр, ниндәйҙер физик етешһеҙлектәре булған балалар, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр түгел. Адаптив спорт менән шөғөлләнеүселәр һәм еңеүселәр — улар үҙенсәлекле һәләтле, көслө һәм характерлы кешеләр, — тип билдәләне Искәндәр Әхмәтвәлиев.
Уның һүҙҙәрен “Бәхет биләмәһе”, Өфө хосписы һәм “Воскресенск соборы” хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла хупланы һәм маҡсатҡа ынтылыусан һәм көслө ихтыярлы кешеләр өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡлығын билдәләне.
– Беҙҙең барыбыҙҙың да күңелдә сикһеҙ мөмкинлектәр бар, улар ҡайһы берҙә матур еңеүҙәргә әүерелә. Бөгөн беҙ ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, алға барыусы кешеләр тураһында һөйләйбеҙ. Римма Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова – барыбыҙ өсөн дә ысын өлгө. Ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтар бар икән, һин уларҙы еңеп сығаһың, лайыҡлы алға бараһың һәм барыһы ла килеп сыға. Ошондай спортсыларҙың ата-әсәләренә һәм остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уларҙың эше күренмәй, йыш ҡына кадр артында ҡала, әммә уларһыҙ беҙҙә бындай еңеүселәр булмаҫ ине, — тине Каринэ Хәбирова.
Бөгөнгө награда алыусылар араһында махсус хәрби операция ветерандары ла булды. Һуғышта ауыр йәрәхәттәр алған яугирҙәр бөгөн спорт менән шөғөлләнә. Спорт уларға ябай тормошҡа әйләнеп ҡайтырға, яңы әһәмиәт табырға ярҙам иткән.
Көн һайын Башҡортостанға МХО ветерандары ҡайта һәм уларға социалләшеүгә һәм үҙҙәрен яңыса тоторға кәрәк, тине республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов.
– Бөгөн махсус хәрби операция ветерандарына спортта шарттар булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ ултырып уйнаған волейбол һәм следж-хоккей буйынса иң яҡшы командалар булдырҙыҡ. Ни өсөн улар иң яҡшылары тип әйтәм? Артабан егеттәр ярыштарҙа сығыш яһай һәм ысын спортсылар кеүек эш хаҡы ала. Һәр муниципалитетта республика Башлығы ҡушыуы буйынса бушлай нигеҙҙә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелде, бассейндар, тренажер залдары бар. Радий Фәрит улы Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына ошондай бурыс ҡуйҙы. Яугирҙәр әйтеүенсә, физик культура, спорт билдәле бер ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, иң мөһиме, илдең лайыҡлы, бәхетле гражданы булырға мөмкинлек бирә, — тине Руслан Хәбибов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.