Спорт һәм туризм
16 Апреля , 06:05

Ҡотойҙарға ярҙам итәйек!

Учалы районындағы Ҡотой ауылының "Олотау йыйыны" алты мең ғариза араһынан һайлап алынды. Хәҙер һеҙ 23 апрелдә уның яҙмышын хәл итә алаһығыҙ.

Ҡотойҙарға ярҙам итәйек!Ҡотойҙарға ярҙам итәйек!
Ҡотойҙарға ярҙам итәйек!

Ил буйынса үткән «Һин уйында» конкурсының ярымфиналсылары иғлан ителде. 

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был миҙгелдә жюриға иң яҡшыларҙы һайлау айырыуса ауыр була: ҡатнашыусылар 6133 ғариза ебәрә. Уларҙың һәр береһе дүрт шарт буйынса баһалана, ә ярымфиналға иң күп балл йыйған проекттар үтә. Ҡайһы бер номинацияларҙа конкуренция шул тиклем көслө була, хатта ҡатнашыусыларҙың яҙмышын ярты балл хәл итә!

"Олотау йыйыны" 250 иң яҡшы проект иҫәбенә инә һәм ярымфиналсы була. Афарин!

Ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге тывигре.рф сайтында баҫылған. 23 апрелдә халыҡ тауыш бирә башлай.

Түбәндәге һылтанма буйынса һеҙ ҙә "Олотау йыйыны"н хуплай алаһығыҙ: https://тывигре.рф/projects/14586

 

Сығанаҡ һәм фото: Линар Ғәлин.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас