Спорт һәм туризм
21 Апрель , 14:30

“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!

Башҡортостан Башлығы  спортсыларға һәм тренерҙар штабына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!
“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә башында Өфөнөң “Ағиҙел” командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулауы менән ҡотланы.

- Үткән аҙнала беҙҙең Өфө командаһы “Ағиҙел” Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы. Беҙ уларҙы ошо еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, - тине Радий Фәрит улы. – Шулай итеп, бөгөн “Ағиҙел” командаһы Рәсәйҙең ете тапҡыр чемпионы һәм алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулаусы булып тора. Матур ҡыҙҙарыбыҙға афарин!

Башҡортостан Башлығы  спортсыларға һәм тренерҙар штабына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Белеүебеҙсә, күптән түгел спортсылар плей-оффтың финал серияһының дүртенсе матчында Мәскәү өлкәһе Воскресенск ҡалаһы командаһын еңде - матч Өфө командаһы файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды!

Команданың баш тренеры Валерий Дәүләтшин республикала ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы үҫеше, 2025/2026 уйын миҙгеле Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы регуляр чемпионатында  “Ағиҙел” командаһының юғары уңышҡа өлгәшеүе өсөн Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Хоккейсылар Екатерина Әбделмәнова, Мария Батталова, Кристина Банникова, Камилла Ғәлиханова, Ева Губарева, Александра Козырь, Вероника Коржакова һәм башҡалар Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәтенә лайыҡ булды.

“Ағиҙел” хоккей командаһы капитаны Мария Печникова үҙ сиратында спортсылар исеменән республика Башлығына спортҡа даими иғтибар бүленгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хоккей сәкәнен бүләк итте.

Камилла ҒӘЛИХАНОВА, хоккейсы, 19 йәш:

- 15 йыл хоккей менән шөғөлләнәм. Был – минең өсөнсө еңеүем. Беренсеһе – 2022, икенсеһе 2024 йылда булғайны. Беренсе тренерым - Әсхәт Рәхмәтуллин.

Әгәр бала хоккей менән шөғөлләнергә теләй икән, әйҙә, шөғөлләнһен! Мин үҙем дә бәләкәй саҡта ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә теләнем һәм атай-әсәйем был теләгемде хупланы, инҡар итмәне. Ағайым Булат медицина менән ныҡлап мауыға һәм спорт тармағындағы яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһынып бара.

Автор фотолары.

 

“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!
“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!
“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!
“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!
“Ағиҙел”дәр матур ҙа, батыр ҙа!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас