Спорт һәм туризм
21 Апреля , 11:30

Афарин, "Ағиҙел" ҡыҙҙары!

Радий Хәбиров “Ағиҙел” командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулауҙары менән ҡотланы. 

Афарин, "Ағиҙел" ҡыҙҙары!Афарин, "Ағиҙел" ҡыҙҙары!
Афарин, "Ағиҙел" ҡыҙҙары!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәне күңелле ваҡиғанан башланы. Ул Өфөнөң “Ағиҙел” командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулауы менән ҡотланы һәм спортсыларға һәм тренерҙар штабына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала “Ағиҙел” хоккейсылары плей-офта финал серияһының дүртенсе матчында Мәскәү өлкәһенең Воскресенк ҡалаһынан “Торнадо” командаһын еңеп, етенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм алтынсы тапҡыр ЖХЛ кубогын яуланы.

– Беҙҙең ҡыҙҙарға афарин! Был беҙҙең өсөн лайыҡлы һәм бик мөһим еңеү, – тине Радий Хәбиров.

Команда вәкилдәре, үҙ сиратында, республика етәкселегенә ярҙам һәм яҡшы шарттарҙа күнекмәләр үткәреү мөмкинлеге булдырылыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас