Спорт һәм туризм
21 Апрель , 14:40

Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде

Сара хаҡында “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең ошо йома һанында тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәндеБөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде

Әлбиттә, һәр спорт төрөнөң файҙаһы бар, шул иҫәптән бокстың да. Беренсенән, ул үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра, холоҡто нығыта, көслө ихтыяр тәрбиәләй, тәртипкә өндәй. Спорттың уйын төрҙәренән айырмалы, бокста тәртип булмаһа, рингта башыңа эләгәсәк, һыҙланыуға дусар буласаҡһың. Еңелергә теләмәһәң, беренсе урынды яулағың килһә, тәү сиратта спортсынан тәртип талап ителә. Бокста ул бик мөһим. Ошоларҙың барыһына ла бөгөн журналистар билдәле боксер Данис Ғабдрафиҡовтың оҫталыҡ дәрестәрендә инанды. Был хаҡта “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең ошо йома һанында тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Әйткәндәй, 24 апрелдә баш ҡалабыҙ донъя боксы үҙәгенә әүереләсәк. “БЕТСИТИ.IBA.PRO 17” турнирының төп ваҡиғаһы буласаҡ – республикабыҙҙа күптәр яратҡан 34 йәшлек Артур Собханҡолов (11-0, КО 5) рингка сығасаҡ. 12 раундлы яуҙа яҡташыбыҙҙың көнәркәшсеһе Тажикстандан Баходур Усманов (12-0, КО 5) буласаҡ.

Ике боксер ҙа еңелеүгә дусар булғаны юҡ һәм донъя рейтингтарында юғары урындарҙы биләй. IBF-та Артур – һигеҙенсе, Баходур 11-се урында. Өфөлә үткәрелгән сарала еңеү яулау Американан Рэймонд Мураталла менән осрашыуға яҡынайтасаҡ. Шуға күрә был турнир башҡорт бокс мәктәбе өсөн мәртәбәле.

БРИКС уйындары “йондоҙ”о Азалиә Әминева WBA Asia билбауы өсөн Нигериянан Синтия Огунсемилоре менән осрашасаҡ.

Данис Ғабдрафиҡов WBA Asia East титулы өсөн Ҡаҙағстандан Рахат Сейтжан менән көс һынашасаҡ.

“Матч ТВ” телеканалы шоуҙы тура трансляцияла күрһәтә.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Бөгөн ҡәләм оҫталары бокс серҙәрен өйрәнде
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас