Спорт һәм туризм
24 Апрель , 12:50

Артур менән Баходур осраша

 - IBF рейтингының икенсе позицияһы өсөн алышасаҡмын. Был алышты түҙемһеҙләнеп көтәм. Әлеге ваҡытта был – карьерамдағы иң төп алыштарҙың береһе. Барыһы ла Баходур менән мөмкинлектәрҙең 50-гә 50 икәнлеген аңлай. Минең яҡта туған стеналар булһа ла, алыш ҡыҙыу булмаҡсы, - тип белдерҙе Артур Собханҡолов.

Артур менән Баходур осрашаАртур менән Баходур осраша
Артур менән Баходур осраша

Артур Собханҡолов менән Баходур Усмонов Өфөлә алыш алдынан үлсәү процедураһын үтте.

Рәсәй боксеры Артур Собханҡолов  (11-0, КО 5) һәм Тажиҡстандан Баходур Усмонов (12-0, КО 5) еңел ауырлыҡ үлсәмендә IBF версияһы буйынса мотлаҡ претендент исеменә алыш алдынан осрашты һәм үлсәү процедураһын үтте. Был 12 раундлы алыш 24 апрелдә үткәрелгән «БЕТСИТИ. IBA.PRO 17» турнирының төп алыштарының береһе буласаҡ.

- IBF тейтингының икенсе позицияһы өсөн алышасаҡмын. Был алышты түҙемһеҙләнеп көтәм. Әлеге ваҡытта был – карьерамдағы иң төп алыштарҙың береһе. Барыһы ла Баходур менән мөмкинлектәрҙең 50-гә 50 икәнлеген аңлай. Минең яҡта туған стеналар булһа ла, алыш ҡыҙыу булмаҡсы, - тип белдерҙе Артур Собханҡолов.

Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, 2024 йылдағы БРИКС уйындары еңеүсеһе Азалия Әминева Нигериянан Синтия Огунсемилоре менән осраша.

«БЕТСИТИ.IBA.PRO 17»-нең кард турниры:

- Беренсе ярым уртаса ауырлыҡ, 6 раунд: Карен Соловьёв (1-0, КО 1, Рәсәй, 63,5 кг) - Ильяс Наибханов (0-1, Рәсәй, 63,5 кг);

- Ярым уртаса ауырлыҡ, 8 раунд: Руслан Селимян (13-0, КО 7, Рәсәй, 66,7 кг) – Натанаэль Какололо (16-7-2, КО 6, Намибия, 66,7 кг);

- Ауыр ауырлыҡ, 6 раунд: Бекхан Исраилов (Рәсәй, 100,9 кг) – Теймураз Суров (Рәсәй, 98 кг);

- WBA Asia East  билбауы өсөн ярымуртаса ауырлыҡ, 10 раунд: Данис Ғабдрафиҡов (5-0, КО 2, Рәсәй, 66,5 кг) - Рахат Сейтжан (10-0, КО 6, Ҡаҙағстан, 66,5 кг);

- Беренсе ярымуртаса ауырлыҡ, IBA.PRO иҫәбе өсөн алыш, 10 раунд: Харитон Агрба (17-1, КО 9, Рәсәй, 63,5 кг) - Джеральдо Инту (14-1, КО 11, Филиппин, 63,5 кг);

- Беренсе ярым уртаса ауырлыҡ, WBA Asia билбауы өсөн көрәш, 8 раунд: Азалия Әминева (Рәсәй, 63,2 кг) – Синтия Огунсемилоре (8-0, КО 2, Нигерия, 62,1 кг);

- Еңел ауырлыҡ, IBF алышы, 12 раунд: Артур Собханҡолов (11-0, КО 5, Рәсәй, 61,1 кг) - Баходур Усмонов (12-0, КО 5, Тажиҡстан, 60,85 кг).

«БЕТСИТИ.IBA.PRO 17» турниры Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында, IBA президенты Умар Кремлёв, Рәсәй Бокс федерацияһы тарафынан ойошторола.

Шоу тура эфирҙа «Матч! Страна» телеканалында була.

Фото: БР Спорт министрлығы.

12+

https://mgazeta.com/news/sport/2026-04-24/artur-subhankulov-vse-ponimayut-chto-nashi-shansy-v-boyu-s-usmonovym-ravny-4663515

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас