Спорт һәм туризм
27 Апреля , 07:30

Спортсылар бүләкләнде

Улар Башлыҡҡа мөмкинлектәр өсөн рәхмәт әйтте

Спортсылар бүләкләндеСпортсылар бүләкләнде
Спортсылар бүләкләнде

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған спортсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

 Салауат Юлаев ордены менән республиканың Бокс федерацияһы спортсыһы Артур Собханҡолов бүләкләнде. Ул “БЕТСИТИ. IBA.PRO 17” профессиональ бокс кисәһендә IBF версияһы буйынса еңел ауырлыҡта дәғүәселәр алышында Тажикстандан Баходур Усмоновты еңә һәм донъя чемпионы титулына дәғүәсе була. Был конкурс уҙған аҙнала Өфөлә уҙҙы.

Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге спортсылары Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина һәм Владислав Журавлев Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Улар Ҡазанда үткән фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында шәхси зачетта алтын һәм көмөш миҙал яулай.

– Республикабыҙҙа фехтование мәктәбе йылдар буйына формалашты. Һәм хәҙер ҙә ошондай яҡшы һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бокс та сағыу ваҡиғаға әйләнә, унда ла уңыштар бар. Республикабыҙҙа көрәш буйынса тәүге чемпиондар барлыҡҡа килә. Күренекле спортсыларыбыҙ тураһында киң һөйләйәсәкбеҙ. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!

Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина республика Башлығына Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған “Башҡортостан спорты тураһында” китабын тапшырҙы.

– Беҙ һеҙгә спорт объекттарын төҙөгәнегеҙ, заманса фехтование үҙәге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул Рәсәй төбәктәре араһында иң яҡшыларҙың береһе. Унда күнекмәләр һәм тергеҙеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Беҙ республиканың ярҙамын тоябыҙ, – тине чемпионка.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас