+16 °С
Дождь


“Салауат Юлаев” хоккей клубы хоккейсыһы Данил Алалыкиндың ғаиләһендә ҡот осҡос ҡайғы — улы үлгән. Фажиғәле хәбәрҙе хоккей күҙәтеүсеһе Артур Хәйруллин еткерҙе.
– Үлем сәбәбе – ике яҡлы пневмония. Данилға һәм уның ғаиләһенә был ҡайғыны еңеп сығырға көс теләйбеҙ, – тип яҙған үҙенең каналында Хәйруллин.
“Башҡортостан” гәзите хоккейсының, уның туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фото: Валерий Шахов, "Башинформ".