

Йөҙөүҙе спорттың иң үҙенсәлекле, сәләмәтлек өсөн файҙалы төрҙәренең береһе тип юҡҡа ғына атамайҙар. Бигерәк тә оҙайлы эш көнөнән йәиһә дәрестәрҙән һуң һалҡынса һыуҙа балыҡтай йөҙөүҙән бик һирәктәр генә баш тартыр, моғайын. Йылдың һәр миҙгелендә лә был спорт төрө менән бассейнда шөғөлләнергә мөмкин. Ә улар, бәхеткә күрә, республикабыҙҙа йылдан-йыл арта: иҫкеләре төҙөкләндерелә, яңылары сафҡа индерелә. Һөҙөмтәлә спорттың был төрө буйынса күрһәткестәр яҡшырғандан-яҡшыра.
Күптән түгел Башҡортостан спортсылары Францияла йөҙөү буйынса донъя серияһы этабында еңеүсе булды. Һөҙөмтәлә ярыштар барған өс көндә Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһы ағзалары 12 миҙал яуланы. Уларҙың алтыһына Башҡортостан спортсылары лайыҡ булды. Шуны билдәләргә кәрәк: егеттәребеҙ Рәсәй әләме аҫтында сығыш яһаны һәм награданы алған ваҡытта илебеҙ гимны яңғыраны!
Эмиль Сәлимгәрәев – республиканың Адаптив спорт үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Уның тренеры – Сергей Трухачев. Спортсы 100 метр арауыҡҡа ирекле стиль буйынса йөҙөүҙә (S1-S14) алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул ошо уҡ арауыҡҡа брасс менән (SB4-SB9) һәм арҡала, көмплекслы йөҙөүҙә йөҙөүҙә (S1-S2, S6-S14) икенсе урын яуланы. Әйткәндәй, бынан өс йыл элек Эмиль Рима Баталова исемендәге йәмәғәт премияһының “Йыл асышы” номинацияһында билдәләнгәйне. Ул саҡта уҡ 14 йәшлек спортсы Рәсәйҙең спорт мастеры, төрлө турнирҙарҙа еңеүсеһа тип танылғайны.
Виталий Цыбрюк – Стәрлетамаҡтағы 2-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Тренеры – Александр Живаев. Ул 50 метр арауыҡҡа иркеле стиль буйынса йөҙөүҙә (S1-S14) –алтын, 100 метр арауыҡҡа йөҙөүҙә (баттерфляй, S8-S14) бронза миҙал хужаһы булды.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Сәләмәтлек өсөн ниндәй файҙаһы бар?
* Йөҙөү ваҡытында организмдағы матдәләр алмашыныуы 50 – 75 процентҡа яҡшыра. Был – һаулыҡты нығытыу, кәйефте күтәреү һәм ябығыу өсөн иң һөҙөмтәле спорт төрҙәренең береһе.
* Йөҙгән ваҡытта кешенең тын алыу һәм нервы системаһы, йөрәге, мускулдары нығына.
* Бигерәк тә ир-егеттәр йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар булыусан, ҡан баҫымы менән проблемалар теркәлеүсән. Ошондай мәлдәрҙә йөҙөү кәңәш ителә, сөнки был спорт төрө ярҙамында мускулдар яҡшыраҡ эшләй башлай, үпкә кислород менән тулылана, ҡан тиҙерәк йөрөй, дөйөм хәл торошо яҡшыра.
* Ғәҙәттә, көслө зат вәкилдәре спорттың йәрәхәтләнеү йәһәтенән хәүеф янаған төрҙәре булған хоккей, алыш һәм ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Йөҙөү иһә ошондай ваҡытта организмды – мускулдарҙы, суставтарҙы нығытыу өсөн кәрәк.
* Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә йөҙөү бик файҙалы: тән тартыла, төрлө кире уй-тәьҫораттар юҡҡа сыға, варикозды булдырмай, репродуктив функцияны яҡшырта.
* Педиатрҙар менән спорт тренерҙары бала тыуғас уҡ уны һыуҙа йөҙҙөрөргә мөмкин тип иҫәпләй. Бәләкәстәрҙең иммунитетын нығытыу, терәк-хәрәкәт ағзаларын нығытыу, аппетитты көйләү һәм тыныс йоҡлау өсөн файҙалы.
Күпме калорий юҡҡа сыға?
Ир-егеттәр: брасс һәм кроль – сәғәтенә 700, баттерфляй – 780, арҡала йөҙөү – 750 калорий;
Ҡатын-ҡыҙҙар: брасс, кроль һәм баттерфляй – сәғәтенә 500, арҡала йөҙөү – 600 калорий.
Фото: БР Спорт министрлығынан.