Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк

Йыйын дүрт көн барасаҡ. Ул һигеҙенсе тапҡыр үтә. Башҡортостан, күрше өлкәләрҙән тыш, Павлодарҙан ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр һәм 2800 саҡрым алыҫлыҡтан белорус туғандарҙың да килеүе көтөлә. 

Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәкЕңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк

2026 йылдың 9-12 июлендә Учалы районының Ҡотой ауылында Рәсәйҙең спорт мастеры Ғайсар Хәлидар улы Ғәлин иҫтәлегенә арналған VIII «Олотау йыйыны» халыҡ-ара традицион фестивале үтә. Сара Башҡортостан Республикаһының Футбол федерацияһы булышлығында ойошторола.

Фестиваль программаһы:

9 июлдә командаларҙың килеүе, ир-егеттәр командалары араһында төркөм этабы уйындары башлана.

10 июлдә төркөм этабының дауамы. Шулай уҡ был көндө киберфутбол буйынса чемпионаттың төркөм этабы, ир-егеттәр командалары араһында арҡан тартыу һәм волейбол буйынса турнир үтәсәк.

11 июлдә — плей-оффтың хәл иткес матчтары (ир-егеттәр), киберфутбол буйынса чемпионаттың плей-оффы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында мини-футбол, арҡан тартыу, волейбол буйынса турнирҙар, ат сабышы һәм тауға йүгереү буйынса ярыштар.

12 июлдә — экологик акция (биләмәне йыйыштырыу) һәм ҡатнашыусыларҙың ҡайтыуы.

Фестивалдең бөтә ҡунаҡтары түбәндәге ярыштарҙа һәм конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала:

10 июль:
* футбол 1x1;
* алпамышалар футболы;
* бампербол;
* мәргәнлеккә туп тибеү;
* туп һуғыу;
* ҡулсаға ташлау;
* уҡ атыу;
* "Иң тәмле, үҙенсәлекле ризыҡ" конкурсы;
* "Футбол командаһының иң яҡшы көйәрмәндәре" конкурсы;
* "Иң яҡшы палаткалы лагерь" конкурсы.

11 июль:
* футбол 1x1;
* алпамышалар футболы;
* бампербол;
* футбол триатлоны;
* башҡорт биатлоны;
* түмәр ырғытыу;
* "Иң тәмле, үҙенсәлекле ризыҡ" конкурсы;
* "Футбол командаһының иң яҡшы көйәрмәндәре" конкурсы;
* "Сая ҡыҙ" конкурсы;
* "ГТО-фест: спорт берҙәмлеге" конкурсы.

Еңеүсе ир-егеттәр командаһы - 300 мең һум, башҡорт аты һәм күсмә кубок, ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 100 мең һум, һыйыр һәм күсмә кубок аласаҡ.

Ҡатнашыуға ғаризалар рәсми сайт аша ғына ҡабул ителә: olotau.ru.
Ғариза бирер алдынан мотлаҡ фестиваль регламенты менән танышырға кәрәк (сайтта бар).

Хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Линар Ғәлинға мөрәжәғәт итергә.
Ғаризалар буйынса - Илнур Солтановҡа.

 

Фото: https://vk.com/olotau

Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Еңеүсе ир-атҡа - 300 мең һум һәм ат, ҡатын-ҡыҙға 100 мең һум һәм һыйыр биреләсәк
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас