

Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура һәм спорт комплексы тотош ил өсөн физик тәрбиә биреү системаһы нигеҙенә әүерелде. Былтыр Башҡортостанда йәшәүсе 123 меңдән ашыу кеше нормативтарын уңышлы тапшырған. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте (64119) тәшкил иткән. 81967 кеше алтын билдә нормативтарын үтәгән. Шуныһы һөйөнөслө: бәләкәстәр ҙә ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, урында һикереү, алға эйелеү, сәпкә теннис тубын ырғытыу, йүгереү кеүек спорт төрҙәре буйынса нормативтарҙы ихлас тапшыра. Уларҙың тиҙлеге, һығылмалылығы, таҫыллығы тикшерелә – ошо сифаттар йәш быуын вәкилдәре өсөн кәрәк. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа беҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленә: яңы объекттар сафҡа инә, булғандары сынъяһау итеп үҙгәртелә. Был – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тармаҡҡа булған даими иғтибар һөҙөмтәһе.
Халыҡ сәләмәтлеге өсөн
Башҡортостандың Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, нормативтарҙы тапшырыу уңайлы булһын өсөн төбәктә 70-кә яҡын махсуслашҡан тест биреү үҙәге бар. Башҡортостанда ГТО (“Спортҡа һәм оборонаға әҙер” комплексы) төбәк операторы Өфөләге Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә урынлашҡан. Был комплекс физик йәһәттән ныҡ һәм сәләмәт йәмғиәтте тәрбиәләүгә, йәш спортсылар араһында һәләтлеләрҙе асыҡлауға, Тыуған илебеҙ өсөн көслө һәм сыҙамлы һаҡсыларҙы әҙерләүгә, өлкән йәштәгеләрҙе әүҙем спорт тормошона йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, республикала ГТО нормативтарын үтәгән 60 йәштән өлкән йәштәгеләргә спорт ойошмаларына бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Был проект илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип таныла һәм ул өлкән йәштәгеләрҙә тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлау, үҫешеүгә, аралашыуға һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Студенттар спортына иғтибар арта
Рәсәйҙә студенттар спортын 2030 йылға тиклем үҫтереү тармаҡ-ара программаһы раҫланған. Был сара илдең спорт резервын әҙерләү системаһында йәштәр спорты ролен көсәйтеүгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн физкультура, спорт саралары системаһын булдырыуға, кадрҙар үҫешенә йүнәлтелгән.
Документҡа ярашлы, артабан да вуздарҙа студенттар спорты үҫеше өсөн спорт клубтарын, йыйылма командаларҙы һәм студенттар спорты үҫеше үҙәктәрен ойоштороуҙы дауам итеүҙе планлаштыра. Бынан тыш, документтан күренеүенсә, яңы спорт төрҙәре буйынса студенттар лигаларын барлыҡҡа килтереү һәм уларҙың эш һөҙөмтәһен күтәреү талап ителә. Һөҙөмтәлә спорт менән даими шөғөлләнгән студенттар һаны артыр, тип көтөлә. Өҫтәүенә 2030 йылға тиклем 1,5 мең педагог һәм вуз хеҙмәткәрҙәре, өҫтәмә һөнәри программаларға ярашлы, студенттар спорты үҫеше йәһәтенән уҡыу үтергә тейеш. Был эштәр Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт үҫеше стратегияһына ярашлы бара.
Әйткәндәй, вуз-ара студенттар кампусы резиденты “Өң” киберфизик инновациялар оҫтаханаһы “Техно ГТО” Бөтә Рәсәй проекты нормативтарын тапшырыу өсөн рәсми майҙансыҡ статусына эйә. Хәҙер уҡыусылар һәм студенттар оҫтаханала һынауҙың төп этабын үтеп, ГТО билдәһен алырға мөмкин. Шулай итеп, “Техно ГТО” – 7-11-се класс уҡыусыларының, шулай уҡ колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының техник белемен һәм оҫталығын тикшереүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй проекты. Ул техник ижадты популярлаштырыуға, технологиялар һәм инновациялар өлкәһендә һәләтле йәш белгестәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән.
Мөмкинлекте ҡулыңдан ысҡындырма
Халыҡ мониторингы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың 30 проценттан ашыуы ғына ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы) нормативтарын тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу тураһында хәбәрҙар. Шул уҡ ваҡытта ғәмәлдәге ҡағиҙәләр был ташламанан файҙаланыуҙы сикләй. Төп проблема – диспансерлаштырыуҙы үтеү һәм бер календарь йыл эсендә ГТО нормативтарын тапшырыу талабында. Әммә 40 йәштән йәшерәктәр өсөн медицина күҙәтеүе өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Һөҙөмтәлә был хәл йыл һайын ҡайтарманы алыу мөмкинлеген сикләй.
Фитнес һәм спорт өсөн тотонолған аҡсаға һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Өҫтәүенә был сумманы үҙеңә генә түгел, 18 йәшкә тиклемге балаларға ла юлларға була. Шулай итеп, 120 мең һумға тиклемге спорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн аҡса тотоп алып ҡалына. Был ҡайтарманың максималь суммаһы 15,6 мең һум тәшкил итә. Граждандарҙың фитнес-клубтарға һатып алған абонемент йәки башҡа спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре хаҡының 13 процентын кире үҙенә юллау мөмкинлеге бар, тик быға рәсми эш хаҡы алғандар ғына дәғүә итә. Ошо өҫтөнлөккә эйә булырға теләгәндәр легаль клубтарға бара һәм мотлаҡ килешеү төҙөй. Һөҙөмтәлә йүнселдәр ҙә клиенттарҙы юғалтмау өсөн спорт эшҡыуарлығын теркәргә һәм алынған килем өсөн һалым түләргә тырыша. Был Рәсәйҙә һәм республикала спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр һанын арттырыуға булышлыҡ итә.
Һалым ҡайтармаһы Спорт министрлығының махсус исемлегенә индерелгән спорт клубтарындағы дәрестәр өсөн генә бирелә. Ошо ведомство исемлегендә булған клубҡа абонемент һатып алғанһығыҙ икән, тимәк, һеҙгә һалым ҡайтармаһы тейеш.
Һалым ташламаһын ике ысул менән кире ҡайтарырға мөмкин. Беренсеһе: nalog.ru сайтындағы шәхси кабинетта “Ҡайтарма алырға” тигән бүлектә ғариза һәм клуб менән төҙөлгән килешеү күсермәһен беркетеп, ҡайтарманы тулыһынса алырға була. Был ысул буйынса түләүҙәр 2023 йылдан башлана.
Икенсе ысул: һалым ҡайтармаһын эш биреүсе аша ла юлларға була. Бының өсөн nalog.ru сайтында ҡайтарма алыуға хоҡуғыңды раҫлау тураһында ғариза бирергә кәрәк. 30 көн эсендә һалым инспекцияһы һеҙҙең эш биреүсегә ошо хаҡта хәбәр итә.
Социаль ташламаға документтарҙы өс йыл эсендә тапшырыу мотлаҡ. Әйткәндәй, быйылдан хаҡлы ялдағы ата-әсәләр өсөн дә юлларға мөмкин. Һөҙөмтәлә 2026 йылда 2023, 2024 һәм 2025 йылдар өсөн һалым ҡайтармаһын алырға була. Тағы былтырҙан ГТО нормативтарын тапшырған һәм алтын, көмөш йәки бронза билдәһен алған йәки ҡайтанан биргән, һөҙөмтәләрҙе раҫлаған өсөн был хоҡуҡтан файҙаланырға мөмкин.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Декларация өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
Сайттың адресы: gto.ru. Балалар профилен тыуыу тураһында таныҡлыҡ алғандан һуң булдырырға мөмкин. 14 йәшкә тиклемгеләр өсөн аккаунтты ата-әсә йәки опекун булдыра һәм уны үҙенең профиленә бәйләй. Нормативтарҙы үтәү өсөн элеккесә ГТО комплексы сараларында ҡатнашыуға медицина рөхсәте булыуы мотлаҡ шарт һанала.
Айрат Нурмөхмәтов фотолары.