

Тормошобоҙҙа тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти күренгән өлкәләрҙең береһе булып тойолһа ла, спорттың тәғәйенләнеше һис ябай түгел: ул халыҡты физкультура менән даими шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға өндәп кенә ҡалмай, уның данын тотош донъя ҡитғаларына таратыуға булышлыҡ итә, тыныс, матур тормош алып барырға өндәй.
Бөгөн тотош донъяла Халыҡ-ара спорт журналистары көнө билдәләнде. Был һөнәри байрамды билдәләү тураһында International Sports Press Association (ISPA) рәсми рәүештә 1994 йылда иғлан иткән. Халыҡ-ара Спорт матбуғаты берләшмәһе ойошма булараҡ 1924 йылдың 2 июлендә, Парижда үткән йәйге Олимпиада мәлендә, барлыҡҡа килгән. Уның тәүге етәксеһе Франц Рейхель булған. 130 ил – ошо берләшмәнең ағзаһы. Улар тарафынан 2 июль Халыҡ-ара спорт журналисының һөнәри байрамы тип иғлан ителде. Был ваҡиғаға бағышланған тантаналы саралар Тур де Франс ойошторолған мөһим осорҙа үтте (1995 йыл). Шул ваҡыттан алып Халыҡ-ара спорт журналистары көнө йыл һайын уҙғарыла.
Бөгөн Өфөләге Республикаға идара итеү үҙәгендә Халыҡ-ара спорт журналистары көнө айҡанлы “Спорт ҡауырһыны осонда. Евразия йөрәгенән ҡараш” (“На острие спортивного пера. Взгляд из сердца Евразии”) тигән исем аҫтында спорт журналистары форумы үткәрелде. Шуны билдәләргә кәрәк: был сара беренсе тапҡыр ойошторолдо һәм республиканың киң мәғлүмәт саралары, һөнәри клубтар матбуғат хеҙмәттәре, спорт федерациялары йыйылды.
– Башҡортостан – илдәге иң яҡшы спорт төбәктәренең береһе. Һуңғы биш йылда төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур объекттар сафҡа инде. Беҙ меңләгән спорт майҙансыҡтарын булдыра алабыҙ, тик уларҙа балаларыбыҙ, өлкән быуын вәкилдәре булырмы икән? Хәҙер беҙгә республика халҡын ошо объекттарға йәлеп итергә кәрәк. Был мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа нисек еткереүегеҙгә бәйле. Бөгөнгө осрашыу был йәһәттәнтағы көслөрәк, тағы һөҙөмтәлерәк булырға ярҙам итер, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов.
Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сарала ҡатнашыусыларҙы һөнәри байрам менән ҡотланы һәм республиканың спорт тармағының ярыштарҙы үткәреү йәһәтенән генә түгел, инфраструктураны үҫтереү йәһәтенән дә юғары кимәлдә булыуы тураһында һөйләне.
Форумдың модераторы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов булды. Ҡәләм оҫталарына уҡытыу программаһын “Башинформ”дың баш мөхәррире урынбаҫары Станислав Шахов, Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре, спорт тармағы белгестәре һәм башҡалар һөйләне. Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов үҙәк эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ошо уҡ көндө Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов спорт темаһына әүҙем яҙған ҡәләм оҫталарына министрлыҡ наградалары тапшырҙы.
Автор фотолары.