

Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров “Ҡанатлы ат” фестивален дә ҡараны. Муниципалитетта был сара 2023 йылдан алып уҙғарыла. Әлегеһендә Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнашты.
Ғәҙәттәгесә, фестиваль “Арғымаҡ” ат спорты комплексы майҙансығында үтте. Программаға ярашлы, күргәҙмә сығыштар, парад, таҙа тоҡомло аттар сабышы һ.б. булды.
Радий Фәрит улы байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны, урындағы иң яҡшы тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Республикабыҙҙа йылҡысылыҡты үҫтергән, халҡыбыҙҙың атҡа һөйөүен лайыҡлы күрһәтеп, дауам иткән һәр кемгә рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы. – Дүртөйлө районы эшсән кешеләре, ысын илһөйәрҙәре, татыулыҡта ғүмер иткән төрлө милләт вәкилдәре менән ныҡлы, данлы. Муниципалитет халҡына намыҫлы хеҙмәте, әүҙемлеге, изгелекле булыуы, дуҫлыҡҡа ынтылыуы өсөн рәхмәт!
Артабан күргәҙмә сығыштар, ярыштар уҙҙы. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы призына үткәрелгән заезда еңеүселәрҙе ҡотлап, наградалар тапшырҙы. Улар – Шишмә районынан Фидан Ғәйфуллин (1-се урын), Дүртөйлөнән Вадим Сәлимханов (2-се урын) һәм Ҡаҙағстандан Ришат Мостафин (3-сө урын).
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.