

Республика етәксеһенең тәҡдименә ярашлы һәм төбәктең социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында Дүртөйлөлә былтыр боҙ аренаһы һалына башлағайны. Радий Хәбиров бөгөнгө эш сәфәрендә ундағы төҙөлөш барышы менән танышты.
Ике ҡатлы спорт комплексының дөйөм майҙаны – 5,4 мең квадрат метр. Унда хоккей, фигуралы шыуыу, һауыҡтырыу саралары уҙғарыу өсөн айырым урындар, шулай уҡ кейенеү, массаж, медицина кабинеттары һ.б. буласаҡ. Эргәләге биләмә лә төҙөкләндереләсәк.
Башҡортостан Башлығы беҙҙә спорт инфраструктураһын үҫтереүгә етди иғтибар бүленеүен билдәләне. Дүртөйлөләге боҙ аренаһы республикабыҙҙа иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ, тине ул һәм ҡалала ҙур бассейн төҙөү мөмкинлеген дә ҡарарға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.