

Башҡортостан халҡына уңайлы сәйәхәт итеү, башҡа төбәктәр менән танышыу буйынса яңынан-яңы уңайлы мөмкинлектәр асыла. Был йәһәттән һуңғы осорҙа Белоруссия, Тажикистан менән туризмды үҫтереү буйынса бәйләнештәр нығый.
Июнь аҙағында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина етәкселегендәге республика делегацияһы партнерлыҡ-туризм мөнәсәбәттәрен үҫтереү маҡсатында Үзбәкстанға барҙы. Делегация составына Башҡортостандың һигеҙ туризм компанияһы етәкселәре лә инде. Туристарға уңайлы, файҙалы ял итеү, бер-береңдең тарихы, мәҙәниәте менән танышыу йәһәтенән был эш сәфәре ниндәй мөмкинлектәр асыр?
Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында туризм бәйләнеше үҫеше темаһына арналған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, “Хазина тур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Комил Сиражетдинов, “Сөләймән Трэвэл” экскурсиялар үҙәге директоры Ләйсән Сөләймәнова, “Мир без границ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Сулимова ҡатнашты.
– Беҙ күптән түгел Башҡортостан туроператорҙары менән Үзбәкстандың Ташкент, Сәмәрҡәнд өлкәләрендә булдыҡ. Эш сәфәренең төп һөҙөмтәһе – Башҡортостан һәм Үзбәкстан туроператорҙары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен көйләү ине. Һөҙөмтәлә 60-лап килешеү төҙөлдө. Бөгөн беҙҙең туроператорҙар Үзбәкстанға турҙар ойоштора. Был ил менән танышыу сәйәхәтенә беҙҙең республиканан һигеҙ туроператор барҙы һәм улар барыһы ла Үзбәкстанға төркөмдәр ойоштороу менән шөғөлләнәсәк. Партнерлыҡ, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре көйләнгән был илгә беҙҙең туристар ағымы артырына ышанабыҙ. Үзбәкстан тарихи мираҫҡа эйә, унда туризм инфраструктураһы ла көслө үҫешкән. Башҡортостан халҡына унда ҡыҙыҡһынып ҡарарлыҡ урындар күп. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә Үзбәкстандан килеүсе туристарҙы республикабыҙҙың тәбиғәте һәм мәҙәни йәһәттән иҫтәлекле урындары менән таныштырырға әҙер. Маҡсат - был өлкәлә хеҙмәттәшлекте ике яҡлап та нығытыу, – тип һөйләне министр.
Тиҙҙән Үзбәкстандан да республикабыҙға туроператорҙар төркөмө килеүе көтөлә. Улар Башҡортостан менән ныҡлап танышасаҡ, артабан үҙҙәренең халҡына ла беҙҙәге иҫтәлекле урындарҙы күрергә тәҡдим итәсәк. Ике төбәк араһында авиабәйләнеш көйләнеүе лә туризмды үҫтереү йәһәтенән уңайлылыҡ тыуҙыра.
Туризм компаниялары етәкселәренең дә сығыштары ҡыҙыҡлы булды. Үзбәкстанда уларҙы нимә һоҡландырыуын ғына һөйләп ҡалманылар, был республикаға турҙар ойоштороу пландары менән дә уртаҡлаштылар.
“Сөләймән Трэвэл” экскурсиялар үҙәге директоры Ләйсән Сөләймәнова ла ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтҡан.
– Үзбәкстан матур тойғолар ҡалдырҙы. Бай тарихлы ил миңә бик оҡшаны, хатта үҙемдең ғаиләмде алып барыу теләге тыуҙы. Беҙҙең республикаларҙың оҡшаш яҡтары ла күп, үҙҙәренә хас үҙенсәлектәре лә бар. Юл ауыр булманы, самолет менән еңел генә барып еттек. Беҙ, туроператорҙар булараҡ, автобустар һәм самолеттар менән турҙар ойошторабыҙ. Самолет менән ҡыйбатыраҡ булһа ла, тиҙерәк барып етәһең, яҡынса өс сәғәт ярымлыҡ юл. Ике-өс көнгә барып бер ҡаланы күреү мөмкинлеге лә бар, оҙағыраҡ ваҡытҡа туҡталып, күберәк урындарҙы, күберәк ҡалалар менән танышырға ла була. Әле турҙар ойоштороу буйынса эштәр алып барыла, - тип һөйләне әңгәмәсем.
Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында туризм буйынса бәйләнештәр нығыуы сәйәхәт итергә яратыусыларға яңы ҡыҙыҡлы мөмкинлектәр асыуға, онотолмаҫ тәьҫораттар алыуға булышлыҡ итә.
Автор фотоһы.