"Туриада" асылды

Сара райондың визит карточкаһына әйләнгән.

"Туриада" асылды"Туриада" асылды
"Туриада" асылды

Башҡортостанда Рәсәй кимәлендә төрлө саралар даими ойошторола. Был тиккә түгел, сөнки республикабыҙҙа бының өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Өҫтәүенә, республикабыҙ етәкселеге илебеҙҙәге бөтә проекттарҙы ла тулыһынса хуплай.

Мәҫәлән, июль баштарында Салауат районының "Янғантау" геопаркы биләмәһендә (Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә) терәк-хәрәкәт аппараты имгәнеүгә бәйле инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса, "Туриада – Йүрүҙән 2026" тигән бөтә Рәсәй инвалидтарының XIII Бөтә Рәсәй фестивале асылды.

Унды Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Рәсәй иҡтисад үҫеш министрлығының туристик эшмәкәрлек өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу департаменты директоры урынбаҫары Яна Болтенкова, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, Рәсәй спорт туризмы федерацияһының беренсе вице-президенты Алексей Ярошевский, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов, республикабыҙҙың спорт министры урынбаҫары Игорь Ярмилов, "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы директоры урынбаҫары, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов һәм башҡалар ҡатнашты.

– "Туриада" быйыл 13-сө тапҡыр ойошторола, ошо йылдар һуҙымында бер туғанға әйләнеп бөттөк, – тине Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Тормошта ҡыйынлаҡтар осрап тора, ковидты үткәреп ебәрҙек, әле махсус хәрби операцияһы бара. Бөгөн иһә Йүрүҙән йылғаһының иң күркәм ерендә, ә ул Яңы Ҡаратаулы ауылы янында, бөтә Рәсәй фестиваленә старт бирҙек. Ул беҙҙең райондың визит карточкаһына әйләнде. Ошо арауыҡта үткән спорт бәйгеһе шуны раҫланы – спорт һәм әүҙем тормош итеүгә һәр кем ҡушыла ала, ә рухи көсө һәм еңеүгә ихтыярҙың сиктәре юҡ.

"Туриада" фестивален асыу хоҡуғы былтыр ошо бәйгелә еңеү яулаған Силәбе ҡалаһының командаһына бирелде, улар байраҡты күтәрҙе. Әлбиттә, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.

Фото: Илдар Аҡъюлов.    

"Туриада" асылды
"Туриада" асылды
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас