

Бөгөн Ишембай районының Верхотор ауылында үткән “Баҡыр” тау заводы цивилизацияһы фестиваленең эшлекле өлөшө лә булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Биләмәләрҙе үҫтереү алымы булараҡ, индустриаль мираҫҡа инвестициялар” пленар сессияһы эшендә ҡатнашты.
Ул үҙенең сығышында республиканың юғары тарихи-мәҙәни мөмкинлектәргә эйә булыуын билдәләне.
– Башҡортостан, Ырымбур, Свердловск, Силәбе, Ҡурған өлкәләрен үҙ эсенә алған биләмә - индустрия иң ныҡ үҫешкән ерҙәрҙең береһе. Был үҙе үк үҙенсәлекле күренеш. Һәм бындай тау заводы мираҫын ил үҫешенә ҙур йоғонто яһаған тотош цивилизацияның бер өлөшө тип ҡарарға кәрәк. Һүҙ объекттар, предприятиелар, тораҡ пункттар һәм тарихи процестар йыйылмаһы тураһында бара. Һәр заводтың ҡәлғә формаһында төҙөлгән оборона ҡоролмаһы булған. Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ бында килешеү һәм бәхәстәр аша үткән, – тине төбәк етәксеһе. – Был хаҡта белеү, ошо факттарҙы йәмәғәтселек аңына еткереү мөһим. Мәҫәлән, һаҡланып ҡалған емереклектәрҙең бергәләп тотош цивилизация ҡалдыҡтарын барлыҡҡа килтереүе күптәргә билдәһеҙ. Был республика тарихы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Элекке тау сәнәғәте биләмәләренең үҫеше төбәктең туристик йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Уларҙы тергеҙергә кәрәкмәй, был һәр ваҡыт талап та ителмәй. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ҡоймалар ҡуйырға, ә тирә-яҡта туризм өсөн инфраструктура булдырырға кәрәк. Тап шулай индустриаль мираҫ муниципалитет үҫеше өсөн этәргес була ала, – тине Радий Хәбиров. – Бындай майҙансыҡтарҙы формалаштырыуҙың идеаль моделе фәнни һәм тарихи нигеҙләүҙе, берҙәм концепцияны формалаштырыуҙы, база инфраструктураһын булдырыуҙы, ә һуңынан эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Проект биләмәлә ваҡиғалар туризмы үҫешкәндә, уның эсендә бизнес һәм турист операторҙары хәрәкәте булғанда ғына тулыһынса тормошҡа ашырыла. Шул саҡта ғына беҙ объекттың ысынлап та уңышлы булыуын әйтә алабыҙ.
Радий Хәбиров артабанғы эштең төп йүнәлештәренең береһе төбәк-ара хеҙмәттәшлек булырға тейешлеген билдәләне һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә тау-завод мираҫын һаҡлау буйынса проекттарҙың партнерҙары булырға тәҡдим итте.
– Бөгөн фестивалдә ҡатнашҡан төбәктәргә хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итәм. Был фестивалде йыл һайын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Осрашырға, тәжрибә уртаҡлашырға һәм үҙеңдең эшләнмәләрең менән уртаҡлашырға кәрәк, – тине республика Башлығы. – Артабан бында бәләкәй генә музей асасаҡбыҙ. Мин унда беҙҙең фән ҡаҙаныштары менән бәйле уникаль әйберҙе – экстремаль температура йөкләмәләренә сыҙаған материалдан эшләнгән “Буран” йыһан карабының тышлыҡ элементын тапшырасаҡмын. Килгән кешеләр уны күрәсәк һәм ҡаҙаныштарыбыҙҙың кимәлен аңлаясаҡ. Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн ошо киңлекте бергәләп үҫтерәйек.
Артабан пленар сессияла ҡатнашыусылар индустриаль туризмды үҫтереү һәм биләмәләрҙең йәлеп итеү көсөн арттырыу өсөн сәнәғәт мираҫы объекттарын файҙаланыу тураһында фекер алышты.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев Башҡортостандың ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендәге киң мөмкинлектәрен билдәләне, заманса отелдәр, ҡунаҡханалар төҙөргә, сервис кимәлен күтәрергә тәҡдим итте.
– Башҡортостанға һәр сәфәрем һәм Радий Фәрит улы менән осрашыуым миңә республиканы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Бөгөн уны үҙем өсөн өс цивилизация биләмәһе булараҡ астым: Шүлгәнташҡа бәйле тәүтормош, сарматтарҙан хәҙерге башҡорттарға тиклем күсмә һәм тау заводы. Тарихи төрлөлөк Башҡортостанды туризм йәһәтенән үҙенсәлекле итә, – тине Сангаджи Тарбаев.
Владимир Потаниндың хәйриә фонды программалары директоры Оксана Фодина сәнәғәт мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеү тураһында һөйләне. Фонд 20 йылдан ашыу музей программаларын тормошҡа ашыра, ә 2021 йылдан айырым “Индустриаль эксперимент” грант конкурсын үткәрә, тип билдәләне ул. Еңеүселәр араһында – Башҡортостан проекттары, шул иҫәптән Белоретта эшләнгәндәр.
Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов “Белорет тимер ҡулсаһы” проектын тәҡдим итте. Башланғыс металлургия производствоһы тарихы менән бәйле объекттарҙы берләштерә, туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проект нигеҙендә турист маршруттары менән идара итеүҙең берҙәм үҙәген булдырыу, мөһим объекттарҙы тергеҙеү, транспортҡа инеү мөмкинлеген яҡшыртыу, республика ҡунаҡтары өсөн яңы йәлеп итеү урындары булдырыу күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы республика власының муниципалитет үҫешенә булышлыҡ итеүен билдәләне.
– Беҙ элекке Тирлән заводы биләмәһен төҙөкләндереү проектын мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Эйе, бының өсөн ваҡыт кәрәк. Моғайын, киләһе йылда ғына проектлауҙы башларбыҙ, ә һуңынан эшкә тотонорбоҙ. Инвестициялар был биләмәне үҫтереүгә ярҙам итәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Урал тау-металлургия компанияһының персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары Руслан Садиҡов Башҡортостан етәкселегенә индустриаль мираҫты һаҡлауға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул был эш тарихи объекттарҙы һаҡлап ҡалырға, инженер һәм эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәрергә мөмкинлек бирер тигән ышаныс белдерҙе.
Аҙаҡтан Радий Хәбиров пленар сессияла ҡатнашыусыларға конструктив диалог өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөгөн беҙҙең кәйеф шәп – Верхоторҙа өс йыл дауамында шөғөлләнгән проектты башлап ебәрҙек. Миңә бында бик оҡшаны – балалар йөрөй, өлкәндәргә барыһы ла ҡыҙыҡ. Хәҙер иң мөһиме – йөкмәткеле өлөшөн үҫтереү, – тине ул. – Верхотор был өлкәлә артабанғы башланғыстар өсөн яҡшы өлгө була ала.
Башҡортостан Башлығы яңы турист объекты эшенең тәүге көнөндә үк республика халҡында һәм ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡанын билдәләне.
- Бөгөн бында биш меңдән ашыу кеше килде. Минең өсөн был - проекттың килеп сығыуы күрһәткесе. Беҙ биләмәне төҙөкләндерҙек һәм халыҡҡа тыуған яғыбыҙҙың тарихын астыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.