

Салауат районының "Янғантау" геопаркы биләмәһендә (Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә) терәк-хәрәкәт аппараты имгәнеүгә бәйле инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса, "Туриада – Йүрүҙән 2026" тигән бөтә Рәсәй инвалидтарының XIII Бөтә Рәсәй фестивале дауам итә.
Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина әйтеүенсә, "Туриада"ны уҙғарыуҙың төп маҡсаты – спорт һәм туризм аша үҙеңде табыу.
– Ярышта ҡатнашыусылар һоҡландыра, конкурсанттарға ҡарата ихтирам икеләтә, хатта унлата арта, – тине Светлана Михайловна. – Уларҙың барыһы ла түҙемлеккә һәм ныҡлыҡҡа һынау тота, шул уҡ ваҡытта тормошто яратыу йәһәтенән дә өлгө ролен үтәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Туриада" бәйгеһе дүрт дистанцияла алып барыла. Тауҙа, йылғала, хәрәкәт итеү сараһында (техникаһында) һәм ҡоро ерҙә ярыштың үтеүе шуға асыҡ миҫал. Быйыл иһә унда Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 130 тирәһе спортсы ҡатнаша.
Фото: Илдар Аҡъюлов.